«Европа-Азия.
Офоҡтарҙы асып барамын»
I төбәк-ара
ғилми-ғәмәли конференцияһы
Тикшеренеү эше йүнәлеше: Тирә-яҡты өйрәнеү дәресе
Тикшеренеү эше авторы: Әбйәлилова Арина Камил ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең 4 класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы,
Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы
Слайд 3Тикшеренеү эшемдең темаһы: Ер еләге
Тикшеренеү эшемдең актуаллеге: Тәбиғәт биргән байлыҡтан
файҙаланып, сәләмәтлеген нығытырға теләүселәргә ярҙам итергә теләйем.
Тикшеренеү эшемдең объекты: Ер
еләктәре
Эҙләнеү эшемдең предметы: Ер еләге үҫкән урман-ҡырҙар, яландар, тауҙар
Тикшеренеү эшемдең маҡсаты: Урмандан йыйып алған еләк-емеште дөрөҫ файҙаланырға, ер ҡәҙерен белергә, унда үҫкән байлыҡ мәртәбәһен, хеҙмәт баһаһын белергә өйрәтеү.
Эҙләнеү эшенең бурыстары: 1. Ер еләге һәм уның файҙаһы тураһында гәзиттән мәҡәләләр йыйыу; 2. Ер еләге менән һаулыҡты нығытыу;
3. Ер еләгенән аш-һыу әҙерләү.
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы: Ауыл кешеһенә йәй ял ваҡыты түгел, ә йүгереп йөрөп эшләй торған миҙгел. «Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың» тигәндәй, еләк йыйһаң – теләгәнеңде ашарһың.
Эҙләнеү эшенең методтары: 1. Ер еләге тураһында китаптар уҡыу; 2. Йәй көнө еләккә йөрөү; 3. Ер еләген эшкәртә белеү.