Слайд 1Минең олатайым
Иҫке Монасип китапханаһы
Район
кимәлендәге мультимедиалы презентациялар конкурсы
«Минең ғаиләм тарихында Бөйөк Ватан һуғышы»
Автор:Йомағолова Яҙгөл
Азамат ҡыҙы, 14 йәш
Етәксе:Мырҙағолова Айһылыу Әхмәт ҡыҙы, китапханасы
Слайд 2Йомағолов Фәтхетдин Фәттәхетдин улы.
Слайд 3 1928 йылдың 10 июлендә Иҫке Монасип ауылында Рабиға һәм
Фәттәхетдин Йомағоловтар ғаиләһендә тыуа. Үҙ ауылында 7 синыфты тамамлай, ләкин
артабан уҡыуын дауам итергә мөмкинселеге булмай. Колхозға эшкә сыға. Күберәк атаһы менән бергәләп Стәрлетамаҡ яғынын ат менән йөк ташыйҙар: тоҙ, иген һәм башҡалар.
Слайд 4.
Һуғыш башланғанда, ул колхоздың аттарын ҡарай. Бер аты ҡазаланып
үлә.
Ул ваҡыттағы сельсовет председателе уға, 1926 йылда тыуған итеп күрһәтеп,тыуыу
тураһында таныҡлыҡ эшләй һәм уны фронтҡа оҙаталар. 1943 йылдың 7 ноябрендә ауылдан сығып, райондан 42 егет (үҫмерҙәр тиһәң дә була. 16-17 йәштәрҙәгеләр) Стәрлетамаҡҡа юл ала.
Слайд 5 Стәрлетамаҡҡа аттарға ултырып баралар. Унда оҙаҡ көткәндән һуң
тауар вагондарына ултыртып алыҫ Көнсығышҡа оҙаталар. “Вагондарҙа ағас урындыҡтар, шунда
ятып йоҡлайбыҙ, өҫтөбөҙҙә ниндәй кейем,шуны ябынабыҙ. Һыуыҡ, өшөтә. Аслы-туҡлы барабыҙ, өйҙән алған ашамлыҡтар Стәрлелә үк бөттө,” –тип хәтерләр булған олатайым.
Слайд 6 Һуғыш юлын Япония менән Корея ерҙәрендә үтә. “Засадала
ятҡанда ҡом бураны күтәрелә.
Ғәләмәт ҡурҡыныс,көслө була икән ул. Беҙ палаткаларҙа
инек. Күҙ асып йомғансы
палаткаларҙы ҡом күмеп тә китте.Өсөнсө көндә беҙҙе ҡаҙып сығарҙылар. Палатка эсендә булғандар тере ҡалдыҡ, ә унда инмәгәндәр тереләй күмелеп үлгәндәр ине. Беҙ госпиталдә ятып, шәбәйеп сыҡтыҡ,”-тип хәтерләгән олатайым.
Слайд 7 Ул һуғышта уҡсылар полкында пулеметчик була. Олатайым корейса матур
итеп һөйләшә, бер нисә йырҙарын да йырлап күрһәтә ине.
1946-сы йыл,
Кореяла төшкән фото.
Слайд 8Минең олатайым II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Японияны еңгән өсөн”
һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Сың-сың сыңлайҙар, беҙ еңдек, тип йырлайҙар!
Слайд 9 1950 йылда ете йылдан һуң ғына,сержант званиеһында,тыуған яҡтарына
әйләнеп
ҡайта. Ҡайтҡас та тәүҙә лесхозда эш башлай, артабан колхозда
төрлө эштәрҙә
эшләй. Оҙаҡ йылдар Иптәштәр суды рәисе, колхоздың ревкомиссия рәисе булып эшләп, оло ихтирам ҡаҙана. Бесән ваҡытында йыл һайын звено етәксеһе була.Йәштәр ҙә, ололар ҙа кәңәш һәм ярҙам һорап килһәләр, һәр саҡ ярҙам итә.
Слайд 10Олатайым мөһабәт кәүҙәле, көслө кеше булараҡ, һабантуйҙарҙа көрәштә берәүҙән дә
еңелмәй. Урамда ятҡан бер ҙур ташты берәү ҙә күтәрә алмай.
Олатайым күтәрергә булғас, аптырайҙар, шикләнеп ҡарап торалар.Ә ул ташты башы аша алып ташлай. Уның көсөнә бөтәһенең дә иҫе китә.Шунан алып уны “Айыу Фәтхетдин” тип йөрөтә башлайҙар.
Слайд 11Фәтхетдин олатайымды иҫән сағында туғандары, ауылдаштары бик хөрмәт итә, әле
лә тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләйҙәр.
Слайд 13Олатайым әсәһе, туғандары һәм дуҫтары менән.
Слайд 14Ҡыпсаҡ ҡыҙы Ғәйнихаят Дауытова менән ғаилә ҡоралар. Бер ҡыҙға һәм
бер улға ғүмер бүләк итәләр.
Слайд 15 Ҡыҙҙары Рәхимә 1952 йылда тыуа. Ул уҡытыусы һөнәрен һайлай,
директор вазифаһын башҡарып хаҡлы ялға сыға.
Ауылдашы Азат Муллағоловҡа кейәүгә
сығып дүрт бала: өс ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләп үҫтерәләр. Әлеге көндә Иҫке Монасип ауылында балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән йәшәй.
Слайд 16 Улдары Азамат 1974 йылда тыуа. Ул механизатор һөнәрен һайлай.
Әлеге көндә һөнәре буйынса эшләп йөрөй.
Ауылдашы Гөлшатты кәләш итеп
ала. Улар өс бала тәрбиәләйҙәр. Ағайым Арслан да хәрби хеҙмәт юлын һайланы.
Слайд 17Олатайымдың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре.
Слайд 18Олатайым хәҙер йыл һайын “Үлемһеҙ полк”та ҡатнаша.
Слайд 19Беҙ ҙә олатайымды һәр саҡ иҫләйбеҙ.
9 май көндө атайым
менән уның ҡәберенә сәскәләр һалабыҙ.
Олатайымды күрмәһәм дә, уның менән ғорурланам.