Слайд 1
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының
муниципаль бюджет дөйөм белем
биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Комбайнсы
Әхмәҙиә Байрамғәлин
Учалы районының 90 йыллығына арналған
«ЕВРОПА – АЗИЯ. ОФОҠТАРҘЫ АСЫП БАРАМЫН» IV ТӨБӘК - АРА
ҒИЛМИ – ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ
Тикшеренеү эше авторы: Байрамғәлин Радмир
Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең
5-се класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы,
Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең
башланғыс кластар уҡытыусыһы
Слайд 2Инеш
Райондың ҡатмарлы тәбиғәт шарттарына ҡарамай, сәсеү майҙанынан тонналап иген үҫтереп
алыусы комбайнсыларға мин дан йырлайым. Улар районыбыҙҙың ғына түгел, Башҡортостаныбыҙҙың
сәскә атыуына башҡарған эштәре менән данлы.
Мәҡәләмдең геройы ла – Учалы районы “Байрамғол совхозы”ның арҡа һөйәген тәшкил иткән һәйбәт кешеләрҙең береһе, Мәҫкәү ауылының ялан батыры, олатайым Әхмәҙиә Әхмәтғәли улы Байрамғәлин тураһында булыр
Слайд 3Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Армиянан ҡайтҡаны бирле тыуған ауылында эшләгән эшһөйәр
хеҙмәт кешеһенә дан йырлау.
Тикшеренеү маҡсаты. Алдынғы комбайнсының тормош юлын өйрәнеү,
артабан уның яҙмышы нисек булған, ҡыҙыҡһыныу.
Тикшеренеү эшенең бурыстары.
1. Комбайн штурвалы артындағы тормошто күҙәтеү
2. Алдынғы комбайнсының илебеҙҙең сәскә атыуына индергән өлөшө
3. Комбайнсының тормош юлы өлгөһөндә үҫеп килгән быуында патриотик тәрбиә биреүҙе көсәйтеү.
Тикшеренеү мәсьәләһе. Хәҙерге йәштәрҙең ер эше менән ҡыҙыҡһынмауы һәм хеҙмәт батырҙарын белмәүе.
Тикшеренеү эшенең гипотезаһы. Был эшем Учалы районының үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт батырҙары тураһында белергә ярҙам итәсәк, уҡыусылар ҡара ер эше менән ҡыҙыҡһынасаҡтар һәм үҙенең ялан батырҙары тураһында күп белергә ынтыласаҡтар, яҡташтары менән ғорурланып йәшәйәсәктәр, уларҙың эштәрен дауам итәсәктәр.
Слайд 41. Әхмәҙиә Әхмәтғәли улының биографияһы
Байрамғәлин Әхмәҙиә Әхмәтғәли улы 1937 йылдың
15 мартында Учалы районы Мәҫкәү ауылында тыуған. Алты малай һәм
бер ҡыҙлы ғаиләлә икенсе малай булып үҫкән. Атаһы, Байрамғәлин Әхмәҙғәли Байрамғәли улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған. Ул һуғыштан алған яраларынан оҙаҡ йәшәмәгән, 1977 йылда донъя ҡуйған.
Слайд 5Һуғыш бөткәндә олатайым Әхмәҙиәгә бары һигеҙ йәш була. Һуғыштан
һуң ауыр йылдар булғас, олатайыма алты класс белеме менән ҡалырға
тура килә. Ғаиләне аслыҡ йылдары ныҡ ыҙалата. Шуға күрә күп ваҡытын атаһы менән балыҡҡа йөрөп үткәрә. Үрге Урал ҡалаһына кәмә менән барып, балыҡ һатып, аҡса эшләр булғандар. Аслыҡтан һунар эше лә ныҡ ярҙам иткән. «Ҡуян, төлкөнөң иҫәбе - һаны булманы, мылтыҡ менән атып алыр инек, тоҙаҡҡа эләгер ине”, тип хәтерләр булған олатайым. Шуларҙы эш итеп, тамаҡ ялғағандар, кейем теккәндәр, уҡыу-кәрәк яраҡтары алғандар.
(фотолар интернеттан алынды)
Слайд 62. Уҡыу, әрме һәм эш башлаған йылдары
Олатайым Әхмәҙиә Байрамғәлин 1958
йылдың 5 июнендә Вознесенскиҙә Учалы ауыл хужалығы училищеһын тамамлап, механик-комбайнсы
профессияһына эйә була.
Слайд 71960 йылдың 21 ғинуарында киң профилле тракторист-машинист һәм слесарь аттестатын
ҡулына ала һәм июнь айынан Байрамғол совхозының туғыҙынсы фермаһында комбайнсы
эшен башлай. Тырыш эше өсөн йәш егет 1961 йылдың 15 авгусында икенсе класлы СК-3 комбайнсыһы исемен яулай.
Слайд 8Ошо йылдың көҙөндә, 5 октябрҙә, ураҡ бөтөү менән, 24 йәшлек
егетте, Совет Армияһы сафына алалар. Ул, Тыуған ил алдындағы бурысын
тоғро үтәп, 1964 йылдың 28 ғинуарында тыуған ауылына эшкә ҡайта.
Слайд 9Әрмелә лә тик ятмай, 1963 йылда өсөнсө класлы тракторист –
машинист танытмаһын уҡып ала. Ефрейтор Әхмәҙиә Әхмәтғәли улы әрмелә икенсе
класлы радиотелеграфист һөнәренә лә эйә була.
Слайд 10
II бүлек. Ялан батыры
1. Алдынғы комбайнсының ғаиләһе
Ауылына ҡайтып эш башлағас та атаһы
улын өйләндерә. Бәләкәй генә булһа ла Яйыҡ яры буйына йорт һалып керәләр. Өләсәйем, Әҡлимә Алсынбай ҡыҙы Бүләкова, тәүге никахынан булған улы Алим Алмас улы менән Байрамғәлиндар ғаиләһенә йәшәргә килә.
Слайд 11Олатайым үҙ ғаиләһен булдырған йылды, 1964 йылдың ноябрь айында, партияға
керә (партия билеты 10213243 номерлы). Йәш ғаилә тырышып йәшәй, ауылы
өсөн көсөн биреп эшләй, иле өсөн икмәк үҫтерә.
Слайд 12Балалары
Олатайымдың эшен биҙәп, бер-бер артлы балалары тыуа тора: 1965 йылда
Азат улы, 1967 йылда Зилдә ҡыҙы, 1968 йылда Гөлсирә ҡыҙы,
1970 йылда Вәсилә ҡыҙы (1 ай йәшәп үлә), 1972 йылда Ришат улы, 1974 йылда Зәмирә ҡыҙы, 1977 йылда Зинира ҡыҙы, 1981 йылда Зиләрә ҡыҙы донъяға килә. Шулай итеп, олатайым менән өләсәйем бергә һигеҙ бала ҡарап үҫтерәләр.
Слайд 131968 йылдарҙа, йәшәгән йорттарын, кешеләр менән бергә йәшәйек тип, урамға
күсерәләр. «Ике өләсәйҙең ҡаршыһында йәшәнек, уларҙың ярҙамын күп күрҙек, тип
һөйләй хәҙер Зилдә әбейем.
Слайд 141972 йылда олатайым профсоюз сафына баҫа. Ҡышын тракторҙа фермаға бесән,
һалам һөрәтһәләр, тиҙәк түкһәләр, халыҡҡа урмандан утын ташыһалар, йәйен бесән
эшләйҙәр, яҙын - көҙөн комбайнда икмәк үҫтерәләр.
Слайд 15 “Атайымды өйҙә бик һирәк күрер инем. Сөнки, элек концерт
менән сығыш яһап, смотр - конкурстар көслө булды. Эштән ҡайтып,
ишектән кереп тә өлгөрмәҫ ине, берәй түрә, машинаһы менән килеп туҡтап, атайымды матур ке-йендереп, алып сығып та китер ине”, тип хәтерләй уның ҡыҙы Зилдә әбейем.
Сөнки, олатайым башҡорт ҡоралы - скрипкала оҫта уйнаған, моңло тауышы менән матур йырлаған. Шуға уға бер ҙә тынғы булмаған. Эш араһында ул сәхнәнән төшмәгән. Әлбиттә, һәр бер конкурстан, концерттан, һабантуйҙан бүләк (будильник йә ҡул сәғәте, сервиз, картина, күлдәк һ.б.) менән ҡайтыр булған олатайым. Йә булмаһа, конверт эсендә аҡса алып ҡайтҡан.
Слайд 16“Шулай матур йәшәгәндәр, тип уйлайым, хәҙер иҫкә алһам. Ауылда ла
элек ҡунаҡ саҡырышыу, туйҙар көслө булды. Атайымды ҡунаҡҡа скрипкаһы менән
бергә саҡырырҙар ине. Ҡунаҡтың ҡото булып йөрөгән икән атайым”, тип һөйләй хәҙер Зилдә әбейем.
Слайд 17Социалистик ярыштар
Барыһына өлгөр олатайым 1974 йылда социалистик ярышта Еңеүсе
булған. Уның ошо йылда алған миҙалы ғына һаҡланған, ҡалған миҙалдары
юҡ, ниңәлер. Шулай уҡ, ул бер-нисә йыл рәттән еңеүсе булып, комбайнына ҡаҙап, Ҡыҙыл Вымпелдар менән ҡайтҡан.
Слайд 19Эше һәр ваҡыт маҡтаулы булған, гәзит биттәрендә лә олатайым тураһында
ҡыуанып уҡып торғандар.
Слайд 203.«Байрамғол совхозы» эшсеһенең даны, наградалары
1975 йылда КПСС-тың VIII Учалы ҡала
конференцияһына олатайым Әхмәҙиә Әхмәтғәли улы делегат булып барған. Яҡшы эшләгәне
өсөн олатайым Мәскәү ҡалаһына ике мәртәбә барып ҡайтҡан. Санаторий – профилакторийҙарҙа булған. Украинаны ла күргән.
Слайд 211983 йылда совхоздың спартакиадаһында Беренсе урын яулағаны өсөн комбайнына
Аҡ вымпел тағып ҡайтҡан.
Слайд 221988 йылдың 26 ноябрендә XIII Учалы ҡала партия конференцияһына Байрамғол
совхозынан делегат итеп ебәргәндәр.
Слайд 23Һаулығы ныҡ ҡаҡшап киткәс, алдынғы комбайнсы 1991 йылдың ҡышы тағы
ла санаторий - профилакторийҙа дауаланған.
Слайд 241996 йылда өләсәйем Әҡлимә Алсынбай ҡыҙы үлеп киткәс, өйҙәге эштәр
олатайыма ҡалған. Кинйә улын Ришат бабайымды йортло, күҙле - башлы
итергә тура килгән яңғыҙына. Иң бәләкәй ҡыҙын, минең әсәйемде, кейәүгә биргән.
Слайд 261997 йылдың 27 мартынан ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сыҡҡан. 1998
йылда Хеҙмәт ветераны кенәгәһен ҡулына алған.
Слайд 27Тик олатайыма хеҙмәт емештәренең тәмен татып, уҡытып, үҫтергән балаларының изгелеген
күреп оҙағыраҡ йәшәргә яҙмаған. Тракторсыларҙың көнө-төнө саң йотоп, ауыр эштәренән
алған профессиональ ауырыуы олатайымды ла ыҙалатҡан. Олатайым, алдынғы комбайнсы Әхмәҙиә Байрамғәлин, 2006 йылдың 8 мартында яҡты донъя менән хушлашҡан.
Слайд 28Уның йортонда, нигеҙен ҡоротмаҫ өсөн, тырышып Азат улы йәшәй. Ул
да атаһы һымаҡ комбайнда эшләй. Уның юлын ҡыуа.
Слайд 29Балалары тырыш, эшләп көн күрәләр. Оло ҡыҙы Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы
ауылында мәктәптә уҡыта. Гөлсирә ҡыҙы Өфөлә шәфҡәт туташы булып эшләй.
Ришат улы Белорет ҡалаһында йәшәй. Зинира ҡыҙы Магнит ҡалаһында эшләй.
Слайд 30Йомғаҡлау
Мин, комбайнсы Әхмәҙиә Байрамғәлиндың кесе ҡыҙы – Зиләрәнең улы булам.
Учалы районының данлы тарихына, республиканың аҙыҡ-түлек фондына тос өлөш индергән
ауыл хужалығы хеҙмәткәре – алдынғы комбайнсы олатайым тураһында һөйләнем. Мин олатайымды белмәһәм дә, уның менән ғорурланып йәшәйем. Уға оҡшарға тырышам. Уның фамилияһын йөрөтәм.
Слайд 31
Ҡулланылған әҙәбиәт
«Яйыҡ» гәзите, №135, 2005 йыл, «Учалы районы»
«Яйыҡ» гәзите, №122,
1993 йыл «Комбайнсы Әхмәҙиә»
Ҡыҙы Зилдә әбейем хәтирәләренән
Архив альбомынан фотолар
Хеҙмәт кенәгәһенән
яҙмалар
Интернет селтәренән фотолар алынды