өҫтөн.
Шуға бер хәреф өҫтәһәң,
Табырһың ҡарға төҫөн.Йәнә тағы ижек ялға-
Ҙур ағас баҫыр алға.
Тәүге ижегем- ҡалҡыу ер,
Икенсеһе-бер йылға.
Ихатала ем сүпләрмен-
Һүҙҙәрҙе ҡушһаң бергә.
Аш тәмләткес булыр тәүге өлөшөм,
Унһыҙ ашты ашап ҡара әле?!
Икенсеһе-саф,пак бер төҫ була;
Бергә ҡушһаң-аусы ҡоралы.
Аттың елкә ҡылдарына
Үрһәң хәнйәр һауытын,
Янып торған ут телдәре
Килеп сығыр һаҡ булың.