Разделы презентаций


Әҙәби марафон Минең ауылым – уҡыу майҙаны

Содержание

Фәйзулла (Фәйзи) Искәндәр улы Бикбов 1908 йылда Әбүләис ауылында донъяла килә. Мәктәп тамамлағас, Ырымбурҙағы Карауанһарайҙа, Башҡорт педагогия техникумында белем ала. 1926 йылда биш студентты, шул иҫәптән Фәйзулланы, уҡыуҙы дауам итһендәр өсөн

Слайды и текст этой презентации

Слайд 1Әҙәби марафон «Минең
ауылым – уҡыу майҙаны»

Әҙәби марафон «Минең ауылым – уҡыу майҙаны»

Слайд 2Фәйзулла (Фәйзи) Искәндәр улы Бикбов 1908 йылда Әбүләис ауылында донъяла

килә. Мәктәп тамамлағас, Ырымбурҙағы Карауанһарайҙа, Башҡорт педагогия техникумында белем ала.

1926 йылда биш студентты, шул иҫәптән Фәйзулланы, уҡыуҙы дауам итһендәр өсөн Өфөгә күсерәләр. 1929 йылдан гәзит - журналдарҙа әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Ул, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын иҫәпкә алмағанда, хаҡлы ялға киткәнсе «Башҡортостан» гәзитендә эшләй.

Бикбов Фәйзулла Искәндәр улы

Фәйзулла (Фәйзи) Искәндәр улы Бикбов 1908 йылда Әбүләис ауылында донъяла килә. Мәктәп тамамлағас, Ырымбурҙағы Карауанһарайҙа, Башҡорт педагогия

Слайд 3Фәйзи Бикбов һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә. Шағирҙың яу

юлы 1941 йылдың 30 июленән алып 1945 йылдың 12 декабренә

тиклем дауам итә. Ф. Бикбов ауыр һуғыш шарттарында ла ижад эшен дауам итә. Уның патриотик шиғырҙары рус һәм татар телдәрендә сығыусы фронт гәзиттәрендә баҫылып тора. 1942 йылда уның «Ленинград һағында» исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Фронтта ике яра һәм ауыр контузия ала. «Ленинград оборонаһы өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградланған. Һуғыштан һуң, шәхес культы фаш ителгәнсе, шағирға тән ғазабынан тыш, йән ғазабы ла кисерергә тура килә. 1955 йылдың 8 сентябрендә Яҙыусылар Союзы идараһы Фәйзи Бикбовты Союз ағзалығынан сығара. Был аяуһыҙ ҡарарҙың асылы шунда. Йәнәһе, ул — элекке волость старшинаһы Юлбарыҫ Бикбовтың ейәне. Беренсе Башҡорт хөкүмәте рәйесе Юныс Юлбарыҫ улы Бикбовтың ике туған ҡустыһы… Шағир 1969 йылда вафат булған. Һуңғы йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осороноң шиғриәтен барлау уңайы менән Фәйзи Бикбовтың әҫәрҙәренә лә иғтибар арта төштө
Фәйзи Бикбов һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә. Шағирҙың яу юлы 1941 йылдың 30 июленән алып 1945

Слайд 4Зәйнәб Биишева,

Һәҙиә Дәүләтшина,

Фәйзи Бикбов(1932)

Фронттан сәләм.

Окоптарҙа яҙҙым был хатымды
Тешем менән ослап ҡәләмде.
Ут һәм һалҡын аша тылға китһен
Күп көттөргән фронт сәләмем.
Августағы ярам уңалғас та,
Стройға баҫтым мин йәнә.
Хас дошманға ҡаршы ут яуҙырам
Ҙур фронтта, алғы линияла.
Бына ялҡан тынмай, һаман баҙлай,
Ямғырлы көн йәшен шикелле.
Һөйәктәргә үтерлек көн һалҡын,
Тик ил хисе бирмәй өшөүҙе.
Бына бары ярты секунд үлсәй
Йәшәү менән үлем араһын,
Батыр булып үләм, әгәр үлһәм,
Һәм үлемгә тура ҡарайым.
Һис аямам ҡәҙерле ғүмеремде
Мин һаҡлауҙа Ленин ҡалаһын.
Бөйөк Ленин һәм бөйөк Сталин
Власты тәү ҡорған ҡала был!
17.12.1941.

Зәйнәб Биишева,         Һәҙиә Дәүләтшина,

Слайд 5Көн көлә
Терпе булып сәнсә устарымды,
Эйәгемде әгәр һыйпаһам.
Фляжкала инде тамсы һыу

юҡ,
Мин тик пилюл йотам- һыуһаһам.
Бөтә взвод барлыҡ фляжканан
Тамсыһына тиклем тамыҙып,


Һуғыш барған саҡта иртә менән
«Максимка»ға илтте «затрак».
Сөнки кожухтағы һыуҙар инде
Осоп бөткәнеләр пар булып,
Сөнки ҙур ҡурҡыныс тыуған ине-
Ҡыҙып етеп , көбәк ярылыу.
Шул тамсылар көсө арҡаһында
Беҙ ҡайтарҙыҡ дошман һөжүмен.
Ҡаты алыш ине ул ҡайһындай,
Тик түҙемлек бирҙе еңеүҙе.
Йылға түгел, бында табып булмай
Күрән үҫкән һаҫыҡ күлде лә.
Ә шулай ҙа ниндәй сыҙам булған
Боецтарҙы маҡтап көн көлә.

“Ленинград оборонаһы өсөн”
“Ленинград оборонаһы өсөн”
Ватан бүләк иткән миҙал был.
Унда халҡыбыҙҙың данлы көсөн
Ҡойоп сағылдырған Тыуған ил,
Унда ғорурлығы державамдың –
Беҙҙең һөйгән Ленин ҡалаһы.
Һәм ҡаланың биҙәй киң һауаһын
Зодчиҙәрҙең үлмәҫ балаһы –
Көмөш нурлы, бейек манара күк
Адмиралтейство шпиле.
Һәм воиндар уҙа, колонна күк,
Ялтыратып нурға штыгын.
Улар бағышланған көс ғүмерен
“Беҙҙең Совет Ватаны өсөн”.
Һәм был медаль бирер, көҙгө кеүек,
Герой воин-ҡаланың төнөн.
Һуғыш бөтөр. Илдә ҙур ҡояшлы
Гүзәл тормош һуҙылыр.
Һәм бөгөнгө ауыр, ҙур көрәште
Медаль һөйләр мәңге йыр булып.
7.10.1943.

Көн көләТерпе булып сәнсә устарымды,Эйәгемде әгәр һыйпаһам.Фляжкала инде тамсы һыу юҡ,Мин тик пилюл йотам- һыуһаһам.Бөтә взвод барлыҡ

Слайд 6Ленинград

Октябрҙың бөйөк, ҙур усағы
Ленингград беҙҙең заманда
Герой ҡалаларҙан титан булды,
Һәм

быуаттар шулай һанарҙар...

Дошман уратһа ла дүрт яғынан
Ленинград тиңһаҙ көрәшен
Дауам итте,еңде!

һәм яңғырай
Был көндө лә көслө ут-йәшен.

Минең оло һәм киң илем буйлап
Таң шикелле балҡып, йыр ҡалҡа:
Державамдың даны – Ленинград,
Ул - Рәсәй өсөн ҙур ҡалҡан.
30.10.1943.


ЛенинградОктябрҙың бөйөк, ҙур усағыЛенингград беҙҙең замандаГерой ҡалаларҙан титан булды, Һәм быуаттар шулай һанарҙар...Дошман уратһа ла дүрт яғынанЛенинград

Слайд 7Рәшиҙә Мозафар ҡыҙы Рәхмәсова
Рәшиҙә Мозафар ҡыҙы 1952 йылдың 13 мартында

Ҡыуат аулында тыуған. Ғаиләлә 7 малай араһында бер бөртөк ҡыҙ

булып үҫә. 1959 йылда Үтәғол мәктәбенә уҡырға бара. Мәктәпте тамамлағас колхозда һауынсы булып эшләй. 1969 йылда Әбүләис ауылы егете Рәхмәсов Сафаға тормошҡа сыға. 8 бала, 3 ҡыҙ 5 малай,тәрбиәләп үҫтерәләр.Төрлө мероприятияларҙа, конкурстарҙа актив ҡатнаша, төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталар, дипломдары күп.Халыҡ йырҙарын йырларға ярата.Тормош юлдашы вафат булғас, көндәлек яҙа башлай, араһында дүрт юллыҡтарға үҙе өсөн генә ҡайғы-һағыштарын,юҡһыныуҙарын теркәй, аҙаҡ илһам килгәс дәрләнеп шиғырҙар ижад итә башлай.
Рәшиҙә Мозафар ҡыҙы РәхмәсоваРәшиҙә Мозафар ҡыҙы 1952 йылдың 13 мартында Ҡыуат аулында тыуған. Ғаиләлә 7 малай араһында

Слайд 8
Ярһып ташҡан йылға һыуы кеүек,
Ник ярһый һуң минең йөрәгем.
Эй хоҙайым,

бер аҙ сабырлыҡ бир,
Тыңғы тапмай әрнеп йөрөйем.
Ташҡын ҡайта, йылға тыныслана,
Тынысланһын

минең дә йөрәгем.
Балаларым ҡайтып: «Әсәй”- тиһә,
Мин шат- йылмайып йөрөрмен.
Ағас бөрөләнер, япраҡ ярыр,
Сәскә атыр муйыл-алмағас.
Яндарыңа барып әйләнермен,
Йөрәгемә урын тапмағас.
Ярһып ташҡан йылға һыуы кеүек,Ник ярһый һуң минең йөрәгем.Эй хоҙайым, бер аҙ сабырлыҡ бир,Тыңғы тапмай әрнеп йөрөйем.Ташҡын

Слайд 9Әлифбам бар хәреф өйрәтергә,
Туған телем, матур уҡырға.
Әсә теле, туған

әҙәбиәтем бар,
Тарих төпкөлдәрен асырға.
Яратам мин туған телем һине,
Уҡытыусым шулай өйрәтте.
Онотолоп

китеп уҡыйым мин,
Башҡорт телендәге әҙәбиәтте.
Эшем бөткәс китабымды алам,
Күҙлек кейеп асам биттәрен.
Уҡыйым мин ихлас күңел менән,
Һиҙмәй ҡалам таңдын атҡанын.
Рәхмәт бөйөк шағирҙарға,
Рәхмәт яҙыусыларға.
Белем үренә үрләткән,
Рәхмәт уҡытыусыларға!
Әлифбам бар хәреф өйрәтергә, Туған телем, матур уҡырға.Әсә теле, туған әҙәбиәтем бар,Тарих төпкөлдәрен асырға.Яратам мин туған телем

Слайд 10Битем буйлап аға күҙ йәштәрем,
Ағып төшә ҡулым һыртына.
Тышҡа сығам,ҡарап һинең

яҡҡа,
Күңелем һиңә генә тартыла.
Йөрәк һуға, тыпырсына,
Күкрәгемә һыймай ныҡ тулай.
Әллә һине

уйлап, әллә сирләп,
Тыпырсынып ала гел шулай.
Йөрәк һуға, тыпырсына,
Әллә тормозы юк,әллә күсәре.
Рәхмәт инде был йөрәккә,
Күпме хәсрәттәрҙе күтәрҙе.
Битем буйлап аға күҙ йәштәрем,Ағып төшә ҡулым һыртына.Тышҡа сығам,ҡарап һинең яҡҡа,Күңелем һиңә генә тартыла.Йөрәк һуға, тыпырсына,Күкрәгемә һыймай

Слайд 11Йәмилә Мәхмүт ҡыҙы Бикбаева
Йәмилә Мәхмүт ҡыҙы Бикбаева 1968 йылдың 16

июлендә 5-се бала булып донъяға килгән. Унан башҡа ағаһын,

3 апаһын әсәһе яңғыҙы үҫтерә. Әбүләис башланғыс мәктәбен һуң, Үтәғол урта мәктәбен 1985 йылда тамамлай. Унан һуң Ырымбур өлкәһендә белем ала һәм эшләй. Бикбаев Басир Урал улы менән ғаилә ҡорғас, ауылда йәшәйҙәр. Ике ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Шиғырҙарын 5-се класта уҡығанда яҙа башлай.
Нәҫеле дауамында ҡартатайы Сәлимгәрәй Бикбов, уның ҡыҙы Асия Бикбова, олатайы Фәйзи Бикбов, ағайы Әмир Бикбов та, һылыуы Татьяна бик матур итеп шығыр яҙалар. Өләсәһе Шәмсиҡәмәр Бикбова сәсән булған. Нәҫеле менән бик ғорурлана.
Йәмилә Мәхмүт ҡыҙы БикбаеваЙәмилә Мәхмүт ҡыҙы Бикбаева 1968 йылдың 16 июлендә 5-се бала булып донъяға килгән. Унан

Слайд 12Төштә генә ҡалды бала сағым...

Бала саҡтағылай алып барсы әсәй,
“Йылҡы юлы”

буйлап еләккә.
Һыуһындарым ҡанмай сәсәй-сәсәй,
“Ярһыуым”дан һыуҙар эсмәккә.
Ҡыҙарыпта ғына ла эй бешкән

балан –
Ҡарагүҙкәй буйлап та алып бар.
Ә ҡайтҡанда инде, әсәй, ҡыуан,
Күтәреп тә ҡайтҡан ҡыҙың бар!
Яланаяҡланып, әсәй, менәйексе,
Матур тауым – Аҡсабикәгә.
Төшкән саҡта башың әйләнмәҫме,..
Нисек мендек икән текәгә
Әсәйемдең аҡ сәстәре кеүек,
“Йәмейәт”тең сап – сал ҡылғаны.
Юлға сыҡҡандарға фатиха бирә кеүек,
Ҡыуанып ҡаршылай ул ҡайттҡанды.
Төштә генә булһа ла, әсәй, йөрөйөксө,
Бала сағым буйлап ҡыҙарып.
Дуҫ – туғандар беҙҙән көнләшһенсе,
Бер үтәйек күҙҙе ҡыҙҙырып.

Төштә генә ҡалды бала сағым...Бала саҡтағылай алып барсы әсәй,“Йылҡы юлы” буйлап еләккә.Һыуһындарым ҡанмай сәсәй-сәсәй,“Ярһыуым”дан һыуҙар эсмәккә.Ҡыҙарыпта ғына

Слайд 13Ишек

Был донъяны –“Ишек” тейҙәр бит ул,
Асаһың да, сығып китәһең.
Күҙ менән

ҡаш араһындай юлды,
Ҡылыс күперҙәрһән үтәһең.
Бер янаһың да бит, бер һүнәһең,
Бер

кем дә бит һине туҡтатмай.
Ниҙәр күрһәң дә бит, һин күнәһең,
Күрәсәгенде күрмәйсә үтә алмай.
Был доъяны, ишек тейҙәр бит ул,
Асаһың да, сығып китәһең.
Сығырыңдан алда, инеүеңде уйлап,
Бер алланан ярҙам көтәһең.
Эй, хоҙайым, һинән һорайым мин,
Бары хаталарҙан арала!
Аырлыҡтар менән сынығам мин,
Ярҙамыңдан бары ташлама.

ИшекБыл донъяны –“Ишек” тейҙәр бит ул,Асаһың да, сығып китәһең.Күҙ менән ҡаш араһындай юлды,Ҡылыс күперҙәрһән үтәһең.Бер янаһың да

Слайд 14Ишапай буйы.
“Ишапай”ҙың башын барып күрҙем әле,
Шундай матур, күңел тулырлыҡ.
Йүкәләрҙең сәскә

атҡан мәле,
Бына – бына еләк бешерлек.
Кескәй еректәрем тамыр нығытып,
Йылғам

буйҙарына теҙелгән.
Ҡайындарым суҡлы шәлен ябынып,
Матур ҡыҙҙар кеүек кейенгән.
Эй ғәзиз ер!
Хуш еҫтәрҙән иҫереп,
Күкрәгеңдә һинен сорналдым!
Эй ғәзиз ер!
Тыуған тупрағым һин!
Йөрәгеңдән һинең яралдым!
Ишапай буйы.“Ишапай”ҙың башын барып күрҙем әле,Шундай матур, күңел тулырлыҡ.Йүкәләрҙең сәскә атҡан мәле, Бына – бына еләк бешерлек.Кескәй

Слайд 15Минең телем.
Илем, телем өсөн йәнем әсей,
Телем бөтә, тимәк ил бөтә.
Тамаҡярып

һөйләй сәсәй-сәсәй,
Үҙ ерендә, башҡорт сит телдә.
“Мама” тиеп ҡулын һона сабый,
Әсәһенән

икмәк һораһа.
Атайҙары ҡайҙа ғына ҡарай,
Интернетта үҫә һәр бала!
Һәр тел дә бит матур, уны беләм,
Әммә кәмме һуң, үҙ телем?
Матур итеп “ Әсәй” һүҙен әйтәм,
Үҙ илем бар. Бар бит үҙ телем!
Минең телем.Илем, телем өсөн йәнем әсей,Телем бөтә, тимәк ил бөтә.Тамаҡярып һөйләй сәсәй-сәсәй,Үҙ ерендә, башҡорт сит телдә.“Мама” тиеп

Слайд 16Талым.
Һыу буйында үҫкән,зифа талдың,
Көҙгө елгә биле бөгөлдө.
Һыктап илап, бахыр талҡайымдың,
Япраҡтары

елгә һибелде.
Устарыма төштө һары япраҡ,
Алтын көҙҙөң һуңғы өмөтө.
Минең бәхет,тә шул

япраҡ,
Кинәт кенә елгә өҙөлдө.
Өҙөлдө лә төштө, һәм юғалды,
Ҡайҙа илтте уны дауылдар.
Өҙөлгән дә бәхет – һары япраҡ,
Аңлағыҙсы шуны туғандар!

Талым.Һыу буйында үҫкән,зифа талдың,Көҙгө елгә биле бөгөлдө.Һыктап илап, бахыр талҡайымдың,Япраҡтары елгә һибелде.Устарыма төштө һары япраҡ,Алтын көҙҙөң һуңғы

Слайд 17Асия Сәлимгәрәй ҡыҙы Бикбова
Асия Сәлимгәрәй ҡыҙы Бикбова 1936 йылдың 25

мартында Ейәнсура районы Әбүләис ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде

һәм 7 класты тыуған ауылында, урта белемде Абзан ауылында ала. 1957 йылда Вәсилә һылыуы менән Мөхтәр ағаһы янына барып , В.И.Ленин исемендәге педагогия институтының физика- математика бүлегенә уҡырға инә. Үзбәк ерендә яҡташы Мырҙабулатов Салауат Әбсәләм улын осратып татыу итеп ғаилә ҡоралар. Асия Сәлимгәрәй ҡыҙы 1962 йылда ҡулына диплом алыу менән тыуған яғына - Абзан ауылына эшкә ҡайта. Йәш белгестәр береһе математиканан, икенсеһе – машиноведениенан уҡыта башлай.


1968 йылда ғаилә Баймаҡ районы ауылына килеп төпләнә. Тормош иптәше Салауат Әбсәләм улы хаҡлы ялға сыҡҡансы Темәс леспромхозында баш механик, үҙе 40 йылға яҡын Темәс мәктәбендә физика һәм математиканан уҡыта. Уларҙың ғаиләһендә өс ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләнә.
Ауылдаштары уларҙы ихласлығы, алсаҡлығы, үҙ эштәренә яуаплы ҡарауҙары, уңғанлыҡтары өсөн иғтирам итә. Асия Бикбова райондаштарына шағирә булараҡ та билдәле. Ауылдағы һәм райондағы бер генә сара ла уның сығышынан башҡа үтмәй. Хаҡлы ялдағы шиғри күңелле уҡытыусының әле лә илһам ҡомары һүнмәгән, әленән –әле яңы ижад емештәре менән ауылдаштарын ҡыуандырып тора.


Асия Сәлимгәрәй ҡыҙы БикбоваАсия Сәлимгәрәй ҡыҙы Бикбова 1936 йылдың 25 мартында Ейәнсура районы Әбүләис ауылында колхозсы ғаиләһендә

Слайд 18
Телем
Әсәм теле − минең халҡым теле,
Телһеҙ башҡорт зәғиф ҡош

кеүек.
Үҙ телемдә йырым, зарым, моңом,
Сит телемдә донъя буш кеүек!
Үҙ

телемдә ҡайғым, һағышым да,
Үҙ телемдә йәнем, һауында.
Тал тибрәтеп һайрар һандуғасмын,
Сал бөркөтмөн Урал тауында...
Илем, телем, ғәзиз тыуған ерем,
Һиндә генә оло шатлығым!..
Әсә теле менән яңғыратып,
Йыр йырларға һиндә хаҡлымын!
ТелемӘсәм теле − минең халҡым теле, Телһеҙ башҡорт зәғиф ҡош кеүек.Үҙ телемдә йырым, зарым, моңом, Сит телемдә

Слайд 19Һағындым
Һағындым тыуған яғымдың
Тауҙарын, урмандарын,
Сылтыраған шишмәләрен,
Талдарын, муйылдарын...
Эй һағындым, тыуған яғым,
Ләйсән ямғырҙарыңды,
Биткенәмдән

һурып үпкән
Ҡарлы дауылдарыңды.
Тыуған яғым, йәнтөйәгем,
Саф шишмәм, һыуым минең!..
Ҡайҙа ла

көс-ҡеүәт бирҙең −
Күп ҡырлы көсөң һинең!..
Тауҙарыңда − ҡара урман.
Аҙашмай үтә алам...
Йәнлектәрең − йән дуҫтарым,
Ә үҙем − ғәзиз балаң!
Һағындым тыуған яғымдың
Йәштәрен, ололарын...
Инде генә тәпәй баҫҡан
Саф йөҙлө сабыйҙарын...
ҺағындымҺағындым тыуған яғымдыңТауҙарын, урмандарын,Сылтыраған шишмәләрен,Талдарын, муйылдарын...Эй һағындым, тыуған яғым,Ләйсән ямғырҙарыңды,Биткенәмдән һурып үпкәнҠарлы дауылдарыңды.Тыуған яғым, йәнтөйәгем,Саф шишмәм, һыуым

Слайд 20Зәңгәр яулыҡ − атай бүләге

44-се йылдың көҙө ине,
Атайғынам ҡайтты һуғыштан.


«Өсөгөҙгә яулыҡ − бүләк, −
тине,−
Алып ҡайттым бына һуғыштан!..»


Апайҙарға ҡыҙыл, йәшел тейҙе,
Минең өлөш − зәңгәр яулығы.
Ирекһеҙҙән йәшем аға ине
Булмағанға атай һаулығы...
Елгә элһәм, һүрентеһе осор,
Көнгә элһәм, уңыр төҫкәйе...
Һалдат айлығына алып ҡайтҡан
Атайымдың хәләл көскәйе...
Ошо көндән алып яулығымды
Һандығыма һаҡлап һалғанмын.
Белһәм ине ошо яулығымдың
Атай төҫө булып ҡалғанын,
Һәр яҙ һайын, Еңеү көнө етһә,
Ошо яулыҡ минең башымда.
Гүйә орден-миҙалдарын тағып,
Атайғынам баҫа ҡаршымда.

Ҙур юғалтыу менән килде Еңеү.

Ҙур юғалтыу менән килде Еңеү,
Ауыр төштө халҡым иңенә.
Яу ҡырында ҡалған батырҙарҙы,
Һанап бөтөп булмай бөгөн дә.
Меңәрләгән сатан-сулаҡтарҙы,
Етем-еһерҙәрҙе ил көттө.
Өалалар ҙа, хатта ауылдар ҙа
Ас-яланғыслыҡтан интекте.
Күк күкрәп, ҡояр ямғыр яуҙы
Гүйә йыуҙы һуғыш яланын.
Әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре бит ул,
Күҙ йәштәре етем юаланың.
Йылдар үткән һайын ил нығынды,
Сәскә атты илем яңынан.
Яу ҡырында ҡалған батырҙарҙы
Һис сығармаҫ халҡым аңынан.
Батырҙарға һәйкәл, батырға дан,
Ололайыҡ яугир улдарҙы.
Ейән-ейәнсәрҙәр сәскә бирһен,
Илем ҡәҙерләһен уларҙы.

Зәңгәр яулыҡ − атай бүләге44-се йылдың көҙө ине,Атайғынам ҡайтты һуғыштан. «Өсөгөҙгә яулыҡ − бүләк, − тине,− Алып

Слайд 21Ильнур Ильфат улы Мусин
1986 йылдың 9 апрелендә Ырымбур өлкәhе Новотроицк

ҡалаhында тыуа.1990 йылда ғаилә, тыуған яҡтарына, Ейәнсура районы Әбүләис ауылына

күсеп ҡайта.1994 -2003 йылдарҙа Малиновка урта мәктәбендә белем ала һәм мәктәпте уңышлы тамамлай.
2003-2007 йылдар Сибай сәнғәт колледжында ҡурай класында hөнәр ала. Әрме сафтарына барып ҡайтҡас артабан белемен арттырам тип, Сибай Дәүләт Университетына ситтән тороп уҡырға инә. Ситтән тороп белем алған осорҙа, Абзан урта мәктәбендә балаларға музыка дәресен алып бара.Төрлө район конкурстарында ҡатнашып, балаларынан илhам алып, ижад юлына аяк баҫа. Егет кешегә етмеш төрлө hөнәр ҙә әҙ тип, тагыла ситтан тороп БАГСУ-ға укырга инә. Әлеге көндә заман менән бергә атлап себер тарафтарында эшләп йөрөй.
Ильнур Ильфат улы Мусин1986 йылдың 9 апрелендә Ырымбур өлкәhе Новотроицк ҡалаhында тыуа.1990 йылда ғаилә, тыуған яҡтарына, Ейәнсура

Слайд 221. Күрмәнем hылыуымдың үҫкәнен,
Атай-Әсәй буй аҡыл биргәнен,
Күнелдә hин әле сабыйhың,

hылыуым.
Арыш араhында бер бойҙайым
Тип ҡәҙерләне уны Атайым,
Уңғаным тип үҫтерҙе

Әсәйем, Ҡәрсәйем.
Һылыуым, Кейәүем
Был йыр hеҙга бәхет теләүем,
Атайҙар, Асәйҙәр
Һеҙҙе был көнгә еткергәндәр.

2. Берҙән-бөртөк бер һылыуыма
Хистәрең менән һыуынма
Булығыҙ, зинhар, татыу гел бергә.
Кейау, һинә бер генә теләгем-
Яратып-һөйөп һин мәнгегә,
Бир һин ысын hүҙҙәр беҙгә ғүмергә.

1. Күрмәнем hылыуымдың үҫкәнен,Атай-Әсәй буй аҡыл биргәнен,Күнелдә hин әле сабыйhың, hылыуым.Арыш араhында бер бойҙайым Тип ҡәҙерләне уны

Слайд 23Ниңә генә хәтеремдә,
һине осратҡан көндәр,
Ғашик булған уйҙарымда ,
һинең йылмайған

йөҙҙәр,
Һөйөүебеҙ сикһеҙ ине,
ләкин күңелдәрем тирбәне,
Серле моңға сумған йөрәк,
һин

китерен һиҙмәне.
Баштарымдан иркәләп
минең менән булам тинең,
Уҙең киттең башҡаларға
ҡәҙерен белмәй мөхәббәттең
Ә шулайҙа рәхмәтем ҙур,
бөтәһе әле алда
Мәңгелеккә күңелемдә
изге хыялым ҡала.
Ниңә генә хәтеремдә, һине осратҡан көндәр,Ғашик булған уйҙарымда ,һинең йылмайған йөҙҙәр,Һөйөүебеҙ сикһеҙ ине, ләкин күңелдәрем тирбәне,Серле моңға

Слайд 24Һораным Аллаhы тәғәләнән,
Ата-әсәйемдең hаулығын.
Һораным Аллаhы тәғәләнән,
Туғандарымдың барлығын.
Һораным Аллаhы

тәғәләнән,
Донъяларыбыҙҙың именлеген.
Иман килеп hәр бер йортта,
Изге ниәттәр ҡылыуҙарын.
Һораным Аллаhы

тәғәләнән,
Изге юлдарҙан йөрөтеүен.
Ярҙам итеп, Ярҙам күреп,
Кеше бәхетен күреүен.
Бар теләктәрҙе ҡабул итеп,
Асты мәсет ишектәрен.
Изге айҙа, изге дингә,
Ятhын тине күңелдәрең.
Һораным Аллаhы тәғәләнән, Ата-әсәйемдең hаулығын.Һораным Аллаhы тәғәләнән, Туғандарымдың барлығын.Һораным Аллаhы тәғәләнән,Донъяларыбыҙҙың именлеген.Иман килеп hәр бер йортта,Изге ниәттәр

Слайд 25Әҙәбиәтте өсәү тыуҙыра. Беренсеһе - мин, икенсеһе - һин, өсөнсөһө - ул. Мин

- шағир, һин - уҡыусы, ул –тәнҡитсе
Р. Ғарипов

Әҙәбиәтте өсәү тыуҙыра. Беренсеһе - мин, икенсеһе - һин, өсөнсөһө - ул. Мин - шағир, һин - уҡыусы, ул –тәнҡитсеР.

Обратная связь

Если не удалось найти и скачать доклад-презентацию, Вы можете заказать его на нашем сайте. Мы постараемся найти нужный Вам материал и отправим по электронной почте. Не стесняйтесь обращаться к нам, если у вас возникли вопросы или пожелания:

Email: Нажмите что бы посмотреть 

Что такое TheSlide.ru?

Это сайт презентации, докладов, проектов в PowerPoint. Здесь удобно  хранить и делиться своими презентациями с другими пользователями.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика