Слайд 1Бөрйән районы Яңы Усман моделле ауыл китапханаһы
“Бөйөк Еңеүгә 75
йыл”
Район конкурсы
“Бөйөк Ватан һуғышы минең ғаиләм тарихы”
Автор: Мәжитова Айлина Ниғмәт ҡыҙы 13йәш
Слайд 2 Исламбай ауылы иҫ киткес матур ерҙә урынлашкан. Уның тәбиғәте
йәшел урмандарға, еләк- емештәргә, төрлө ҡоштарға, йәнлектәргә бик бай.
Ошо
ауылда Әбделхалиҡ олатай менән Хәтирә өләсәй ғаиләһендә 1 ҡыҙ һәм 5 ул үҫә
Слайд 31941 йылдың 22 июнь көнө, ил тарихында иң ҡайғылы көндәрҙең
береһе. Фашист Германия илебеҙгә һуғыш башлай. 1418 көн һәм төн
дауам иткән һуғыш...
Слайд 4Сал картлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гузәллеген һаҡлап Иҙелдең,
Тыуасаҡ
таң, тыуасаҡ яҙ өсөн,
Яҙың япраҡлыныр гөл өсөн,
Тыуыр былам, йырланыр йыр
өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн-
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
М.Кәрим 1941
Слайд 5Һуғыш башланыу менән биш бер туған
Зиннәт
Фәтхулла
Әбдулхаҡ
Ғилмитдин
Әбделхай
Ғәлиуллиндар
Ил саҡырғас, яуға китәләр!
Слайд 6Ғәлиуллин Зиннәт Әбделхалик улы,
1898 йылғы, Зәки Вәлтдиҙәр менән Өфө
лә мәҙрәсәлә уҡыған һәм аҙаҡ Исламбай ауыл мәсетендә мәзин булған.
Һуғышҡа тиклем колхозда эшләй .Һуғыштың тәүге көнөндәрендә һуғышҡа китә. Ҡыҙыл армеец, 1943 йылдың март айында хәбәрһеҙ юғала .
Слайд 7 Ғәлиуллин Фәтхулла Әбделхалиҡ улы
1901 йылғы, һуғышҡа тиклем урмансы
һәм һатыусы булып эшләй .
Ҡыҙыл армеец. 1943 йылдың сентябрь айында
һуғышта хәбәрһеҙ юғала
Слайд 8Ғәлиуллин Ғилмитдин Әбделхалиҡ улы.
1908 йылда тыуған.Һуғыш башланғас һуғышка китә.1942 йылда
бер бик ҡаты алышта еңелергә тура килгәндә, совет һалдаттарының бер
төркөмө ҡамауҙа ҡалып пленға эләгә.Улар араһында Ғилмитдин олатайҙа була
“Дахау” концентрационный лагерҙа әсирлектә булып , 1946 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайтырға насип була.
Слайд 9Ғәлиуллин Әбдулхак Әбделхалиҡ улы.
1911 йылғы, ҡыҙыл армеец. Һуғыштан әйләнеп ҡайта
алмай.1942 йылдаң август айында хәбәрһеҙ юғала.
Һуғышҡа тиклем колхоз председателе була.
Слайд 10Ғәлиуллин Әбделхай Әбделхалиҡ улы, 1911 йылғы.
Бөрйән
районы комсокомитетында секретарь булып эшләп йөрөгәндә,1937 йылда әрме сафтына алына.
Тыуған илен һаҡлаусы олатайыбыҙ тыуған яҡтарына ҡайтып өлгөрмәй, һуғышҡа алына. Мото- Понтонно-Мостовой батальон да хеҙмәт итә. Сержант дәрәжәһендә Бөйөҡ Еңеүҙе ҡаршылай.1945йылда август айында Япон һуғышына эләгә.1947 йылда , 10 йыл үткәс “Германияны еңгән өсөн ” ,“Японияны еңгән өсөн ” миҙалдарын тағып әйләнеп ҡайта.
Слайд 11Ҡарт олатайдың үҙ ҡулына ала алмаған “За отвагу” миҙалы мәғлүмәттен
интернет селтәренән белдек
Слайд 13Һуғыштар булмай ҡорбанһыҙ.
Унһыҙ-юҡ Еңеү туйы.
Ә беҙ үлгәндәр алдында
Бурыслы ғүмер
буйы.
Зиннәт, Фәтхулла, Әбдулхаҡ олатайҙарыбыҙ,
ил азатлығы өсөн һәләк булғандар.
Слайд 14 Ғилмитдин олатай һуғыштан ҡайткас 3 йыл ферма мөдире, 7 йыл
райпола һатыусы һәм урмансы булып эшләй.
Ул халыҡ куңелдә һунарсы
,ҡортсо булып иҫтә ҡала. 1978- се йылда яҡты донъя менән хушлаша.
Слайд 15 Олатайым Әбделхай 1947 йылдарҙан һуң Бөрйән Райзоһы етәксеһе булып эшләй.”Буденный”
колхозына председатель итеп ебәрелә. Колхоз алдынғылыҡа сыҡҡас, уны “Урал” кохозын
күтәреү өсөн , председатель итеп Әбделмәмбәт ауылына эшкә ебәрәләр.
1957 йылда вафат була. Яҙмыш ҡушыуы буйынса мәңгелек йортола Әбделмәмбәт зыяратында.
Слайд 17Ғилмитдин олатайҙың “Кипит- дует” тигән ҡушаматын Бөрйән халҡы әле лә
иҫләй.
Слайд 18Ҡарт олатайым Әбделхай 1953 йылда Ғәлиәкбәр ауылына Нәғимә апайына ҡунаҡҡа
барған сағында, үҙ исемен яҙып таш ултырта. Ул таш иҫтәлек
булып әлеге ваҡытта ла һаҡлана.
Слайд 21Зиннәт олатайҙың 4 улы һәм 4 ҡыҙы була. Улы Рамаҙанда
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша . Фәтхулла олатайҙын 5 ҡыҙы һәм
1 улы ҡала. Ғилмитдин олатайҙың 3 улы һәм 4 ҡыҙы. Әбделхаҡ олатайҙын 2 улы, Әбделхай олатайҙың 3 улы һәм 2 ҡыҙы нәҫелде дауам итәләр.