Слайд 1Ленин ордены кавалеры
Вәлеев Заһретдин
Слайд 2Вəлеев Заһретдин Əбделмөьмин улы
Слайд 3 Вəлиев Заһретдин Əбделмөьмин улы 1901 йылда Муллаҡай ауылында
донъяға килә.
Слайд 4Йəшлəй генə ауыл кулагына ялланып уның һыйырҙарын көтөргə алған Заһретдингə
бик иртə хеҙмəт юлын башларға насип булды. Бер-ике йыл самаһы
байҙа бил бөккəс тə ош уҡ ауыл ҡыҙы Бəширə менəн мəңгелеккə яҙмыштарын бəйлəй. Бай ошоно ғына көтөп торғандай йəш кəлəште үҙенең һыйырҙарын һауҙыртыу өсөн эшкə саҡыра. Йəш ғаилə бер урында булғас, уларҙың икеһенə эшлəүе лə, йəшəүе лə күңелле була. Əммə нисек кенə булмаһын, һаран бай уларҙың йыл буйына эшлəгəн эш хаҡы өсөн бер бот һоло биреү менəн генə сиклəнə. Бына һиңə эш хаҡы! Ни хəл итмəк кəрəк, аслы-туҡлы булһа ла уларға көн күрегə тура килə. Башҡа урында йүнле эш юҡ.
Слайд 6 1929 йылдың мартында Муллаҡайҙа колхоз төҙөлә
һәм Заһретдин Вәлиев тәүгеләрҙән булып колхозға инергә ғаризаһын яҙа. Йылҡы
малдарына көтөүсе талап ителгәс, ул бер ни уйлап тормай йылҡыларҙы көтөргә ала.
Слайд 7Тәүҙә Шәрифә һәм бер нисә йыл үткәс Әлифә исемле ҡыҙҙары
донъяға килә. Ике ҡыҙҙары ла бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан эшкә тилбер
Бәширә ике бәләкәсен өйҙә ҡалдырып бейә һауырға эшкә инә.
Слайд 8Йылдан-йыл колхоз ҙурая, нығына башлай. Ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, һәр
кем үҙ көстәре менән ойошторолған хужалыҡты нығытыу, үҫтереү өсөн бар
көстәрен һала.Ҡасандыр ике-өс тиҫтәнән ашмаған йылҡы малы Заһретдиндың тырышлығы, оҫталығы менән ишәйә бара.
Слайд 9 Йылдан-йыл йылҡы көтөүсе бейә малдарының һәр береһенән-тотҡарлыҡһыҙ
үрсем алыуға өлгәшә башлай, шуның менән бер рәттән уларҙың үлеменә
юл ҡуймай. 1935 йылда ул 78 бейәнән 75 ҡолон ала һәм уның фиҙаҡәр хеҙмәте районда, республикала киң билдәлелек яулай. Ниһайәт, 1936 йылдың февралендә «Ҡыҙыл Октябрь»колхозының өлкән йылҡы көтөүсеһе Заһретдин Вәлеев республиканың бер төркөм малсылыҡ алдынғылары менән бергә Мәскәүгә юллана.
Слайд 11Бөтә Союз старостаһы М.И.Калинин уға тантаналы шарттарҙа дәүләтебеҙҙең иң юғары
наградаһы –
Ленин ордены менән бүләкләй.
Слайд 12
1939 йылда Бөтә Союз ауыл хужалағы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша һәм
уның Почет китабына индерелә. Ул шулай уҡ колхозсыларҙан тәүге бөтә
союз съезында делегат итеп һайлана.
Слайд 13Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылдың көҙөндә, ҡырҡ йәшлек Заһретдин
яратҡан арғымағына атланып фронтҡа китә. Сатнама һыуыҡтарҙа, ямғыр-бурандарҙа
сынығып ат көткән хеҙмәт ҡаһарманы яу ҡырында ла һынатмай: йәштәрсә ғәйрәтлек, сәмлелек менән дошманды үҙ өңөндә-Берлинғаса барып етеп дөмөктөрөп ҡайта. Яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн бихисап хәрби наградарға лайыҡ була.
Слайд 14Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас та, ул яңынан үҙенең яратҡан эшенә
тотона. Күп йылдар үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған Зәйнетдин Дәүләтҡолов
менән бергәләп эшләп, колхозда йылҡысылыҡты артабан үҫтереүгә фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәттеләр.
Слайд 15Әммә йәшләй генә ауыр эшкә егелгән, түҙеп торғоһоҙ һыуыҡта, бурандарҙа
ат өҫтөндә йылҡы көтөү, һуғышта алған бер нисә яра, типһә
тимер өҙөрлөк ир арыҫландың ғүмере бик ҡыҫҡа-илле дүртенсе йәшендә генә өҙөлә. Ауыл,район йәмәғәтселеге уны һүңғы юлға ҡәзерләп оҙата.
Слайд 16ҡыҙы Шәрифә кейәүе Айытбай менән
Слайд 18Улы Рамаҙан олатайым, өләсәйем Гәүһәр
Слайд 25К сожалению, мой однасельчанин очень рано умер, когда ему было
26 лет и лично с ним я не знаком, но
я благодарен ему за победу и память о нем всегда с нами!