Слайд 1Салауат Юлаев - башҡорт халҡының
милли батыры
Слайд 2 Салауат батыр – ил күрке
Тыуған илдең
ҡото – Салауат,
Тыуған ерҙең уты – Салауат,
Башҡортомдоң ҡаны – Салауат,
Хөр халҡымдың даны – Салауат!
Рәми Ғарипов
Слайд 3 Халҡымдың ғорурлығы
Һәр бер
халыҡтың ғорурлығы
булыр батыр улдары, ғалимдары,
ҙур яҙыусылары бар. Йырҙарҙа
йырланыр,
легендаларҙа һөйләнер Салауат Юлаев
башҡорт халҡының ана шундай данлыҡлы
ир-егеттәренең береһе.
Слайд 4Батырҙың тыуған ере
Салауат Юлаев
1754 йылда элекке
Өфө
провинцияһы
Шайтан-Көҙөй волосы
(хәҙерге Салауат районы)
Тәкәй ауылында тыуған.
Слайд 6Баһадир Салауат
Салауат йәштән үк батыр
булған, һыбай
йөрөргә, ҡорал менән оҫта эш итергә
өйрәнгән. Салауаттағы
көс-ғәйрәткә күп кеше
хайран ҡалған. Шәйехзада Бабич Салауат
тураһында былай тип яҙған:
«Салауат ҡандай бәһлеүән?
Салауат ҡандай бәһлеүән?
Даусан, яусан бәһлеүән.
Еңелмәүсән бәһлеүән”.
Слайд 7 Салауат –
шағир-импровизатор
Салауат йәштән үк гүзәл тәбиғәтте,
тыуған ерен ныҡ яратҡан, халыҡ
ижады менән ҡыҙыҡһынған. Оҙаҡламай
үҙе
лә йырҙар, шиғырҙар сығара
башлаған, ҡурайҙа ла
оҫта уйнаған.
Слайд 8Ф.Исмәғилев, И.Ғаянов.
«Салауаттың бала сағы».
Слайд 9Тыуған илем
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым,-
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
С.Юлаев
Слайд 10 «Салауаттың тыуған ере».
А.Зәғиҙуллин һүрәте.
Слайд 11Салауат – шағир-импровизатор
Егеткә
Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осор ыласын бар.
Ыласындан да
бейек оса торған
Ҡош батшаһы-ҡыйғыр бөркөт бар.
Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,
Тайғаныңда таян дуҫтарға,
Яуҙа арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға.
Слайд 12 Салауат – шағир-импровизатор
Салауат Юлаевтың 500-ҙән ашыу
шиғыр юлдары билдәле.
Шиғырҙарында Тыуған илгә һөйөү,
иҙеүселәргә ҡаршы көрәшкә өндәү,
ҡатын-ҡыҙға ҡарата оло мөхәббәт
тойғолары сағыла.
Слайд 13 Салауат – милли батыр
1773 йылдың көҙөндә Яйыҡ (Урал)
йылғаһы буйында Емельян Пугачев
етәкселегендәге
восстание башланып
киткәс, рус колонизаторҙарына һәм
башҡорт байҙарына ҡарата аяуһыҙ
үс һаҡлап килгән башҡорт халҡын
Салауат яуға күтәргән.
Слайд 14Салауат – милли батыр
А.С.Арыҫланов «Салауат менән Пугачев»
Слайд 15Салауаттың әйткән һүҙҙәре:
«Туйҙа, майҙанда көрәшеп
кеше йығыу менән генә
батыр булып булмай,
үҙ артыңдан илеңде эйәртеп,
ил ирке өсөн
дошманды еңеп,
ил күрке булыу – бына шул
була батырлыҡ».
Ҡурайсы Азат Биксурин
«Салауат» көйөн уйнай
Слайд 16 Салауат – «булғадир»
1773 –
1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр
һуғышында Салауат Пугачевтың иң яҡын
ярҙамсыһы, уның
иң ҡыйыу полководецы –
«булғадир»ы булған.
Салауат нисә йәшендә,
Йәшел ҡамсат бүрке башында
Булғадир булған, ай, Салауат
Егерме лә ике йәшендә.
(Халыҡ һүҙҙәре һәм көйө)
Роберт Юлдашев «Салауат маршы»н уйнай.
Слайд 17 Үлемһеҙ батыр
Ул ваҡыттағы
башҡа восстаниелар
кеүек үк, Пугачев етәкселегендәге восстание
ла еңелеү менән
бөтә.1775 йылда Пугачев
язалап үлтерелә. Салауат менән атаһы Юлайҙы,
ҡаты язалағандан һуң, Балтик диңгеҙе буйына
мәңгелеккә һөргөнгә ебәрәләр. 25 йыл каторгала
булғандан һуң, Салауат Юлаев 1800 йылдың
26 сентябрендә вафат була.
Слайд 18Батыр эҙҙәре буйлап
Салауаттың һуңғы
көндәре үткән Рогервик
ҡәлғәһе.
Слайд 19 Халыҡ батыры мәңге хәтерҙә
Ғүмеренең һуңғы
көндәрен үткәргән Эстонияның Палдиски (элекке Рогервик) ҡалаһында 1989 йылда скульптор
Тамара Нечаева ижад иткән Салауат бюсы асыла.
Слайд 20Салауат һәйкәле
1967 йылда Өфөлә
скульптор Сосланбек
Тавасиев ижад иткән
Салауат Юлаев һәйкәле
асыла.
Слайд 21 Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында батыр һындары
Слайд 22 Салауат музейы
Малояҙҙа батырға музей асыу тарихы 1965 йылда башлана.
Тәүҙә музей мәктәп бинаһында асыла.1991 йылда Салауат
музейы яңы бинаға
күсерелә. Музейҙың авторы-архитектор
А.В.Клемент.
Слайд 25Батыр эҙҙәре буйлап
Салауат тыуған Тәкәй
ауылының урыны.
Слайд 26Батыр эҙҙәре буйлап
Салауаттың ҙур алышы булған Балтас ерендә таҡтаташ.
Слайд 27
Салауат мәмерйәһе. Халыҡта һаҡланған риүәйәт
буйынса,
был мәмерйәлә Салауат Юлаев эҙәрләүсе батша карателдәренән
йәшеренгән. Мәмерйә
Йүрүҙән йылғаһындағы
ҡаяла урынлашҡан.
Слайд 29 Һүрәттәрҙә батыр образы
Ф.Исмәғилев, И.Ғаянов. «Оран».
Слайд 31
А.Кузнецов. «Салауаттан һорау алыу».
(1955 йыл)
Слайд 32Р.У.Ишбулатов. «Бойһонмаҫ ихтыяр».
Слайд 33 Рәссамдар Р.Зәйнетдинов һәм Г.Калитовтың «Ер рухы» триптихы.
Слайд 34 Герой образы сәхнәлә
1942 йылда
Баязит Бикбайҙың «Салауат»
драмаһы
ҡуйыла.
Салауат ролен Арыҫлан
Мөбәрәков башҡара.
Слайд 35 «Салауат Юлаев » кинофильмы
Салауат ролен артист Арыҫлан
Мөбәрәков башҡара. Режиссеры – Я.А.Протазанов.
Слайд 361955 йылда Заһир Исмәғилев ижад иткән
«С.Юлаев» операһы сәхнәгә сыға.Салауат
ролен
артист Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡара.
Слайд 37 Билдәле кешеләр
Салауат тураһында
«Уның күңеле
һөйөү менән тулы.Сал Уралын,
төҙ ҡарағайҙарын, аҡ ҡайындарын, ҡара күҙле
муйылдарын – һәммәһен ярата Салауат».
(С.Злобин)
*****
«Ул йырлаһа, кешеләр яуға ҡурҡмай ташланды,
яраланһалар, һыҙланыу белмәне, аслыҡтан
шөрләмәне, һыуыҡтан өркмәне, үлеүҙән дә
ҡурҡманы һәм үкенмәй үлде ».
(Р.Г.Игнатьев)
Слайд 38Билдәле кешеләр Салауат тураһында
Быуындан – быуынға күсеп килгән
хәрби
дан – шулай уҡ беҙҙең милли байлығыбыҙ.
Шул дандың
иң бейек түбәһенә Салауат
Юлаев күтәрелде.
М.Кәрим
Слайд 39Батыр исеме онотолмаҫ
1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостан
Республикаһының Дәүләт гербы ҡабул ителде.
Гербтың нигеҙендә милли батырыбыҙ Салауат
Юлаевтың республика символына әйләнгән һәйкәле
сағылыш тапҡан.Гербтың проектын рәссам Фазлетдин
Ислахов эшләне.
Слайд 40Батыр исеме онотолмаҫ
1967 йылдың 28 ғинуарында
Башҡортостан
республикаһының Салауат
Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы
булдырылды. Был премия әҙәбиәт,
сәнғәт,
архитектура өлкәһендәге иң яҡшы
эштәр өсөн бирелә.
Лауреаттар махсус диплом, танытма, миҙал
һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Яҙыусылар араһынан тәүге премияға Һәҙиә
Дәүләтшина (“Ырғыҙ” романы өсөн –
үлгәндән һуң) һәм Мостай Кәрим
лайыҡ була.
Слайд 41Батыр исеме онотолмаҫ
1995 йылда Башҡортостан
Республикаһы Законы менән
Салауат Юлаев ордены
билдәләнә. Был награда фән,
мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт
өлкәһендәге уңыштар, шәхси
батырлыҡтар өсөн бирелә.
Тәүге наградаға 2000 йылда
композитор Заһир Исмәғилев
лайыҡ булды.
Слайд 42 Батыр исеме онотолмаҫ
Батырыбыҙҙың тыуған көнөндә Салауат
йыйыны уҙғарыу яҡшы традицияға әйләнде.
Слайд 43Юлай улы Салауат
Йылдар түгел, хатта быуаттар ҙа
Юялмаҫлыҡ эҙҙәр бар икән.
Баш
ҡайтмаҫлыҡ хәтәр яҡтарҙан да
Урап ҡайтҡан ирҙәр бар икән…
Батырҙарҙың тыуған йылы
була,
Вафат булған йылы билгеһеҙ,
Салауаттың да шанлы ғүмер юлы
Халыҡ ғүмере һымаҡ үлемһеҙ!
Рәми Ғарипов