февралендә тыуған. Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡыған, хәҙер был Рәми
Ғарипов исемен йөрөтөүсе 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты. Ул хаҡлы рәүештә милли кадрҙар тимерлеге тип атала.
Рәми Ғарипов матбуғатта 1950 йылдан баҫыла башлай. Ә “Йүрүҙән” исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. “Таш сәскә”, “Һабантурғай йыры” шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы “Осоу”, “Аманат”, “Миләш-кәләш” йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур.
Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай.
Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн Ғарипов эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған “1937” поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә.
1988 йылда Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Шағирҙың тыуған яғында – Салауат районының Арҡауыл ауылында йорт-музей асылған, бюст ҡуйылған.