Слайд 1 МАУК «ЗМЦБ»
Яныбаевская сельская библиотека
Районный конкурс «BiblioStudio представляет»,
посвященный Году российского
кино
Номинация: «Книга из детства»
Составитель: Библиотекарь Хусаинова Н.Г.
2016
Слайд 2Ейәнсура районы
Яңыбай ауыл китапханаһы
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда
кино йылына арналған конкурстың
«Бала саҡтың китабы»
номинацияһына тәҡдим итә
Төҙөүсеһе: Китапханасы Хөсәйенова Н.Г.
2016
Слайд 3Мостай Кәрим...
Был исем беҙҙең һәр беребеҙ өсөн,
Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем өсөн иң изге һәм иң ҡәҙерле исем. Ул һәр беребеҙ өсөн таныш һәм яҡын. Бөйөк шәхесебеҙ үҙ ғүмерен генә түгел, әҙәбиәтебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе, халҡыбыҙҙың рухи донъяһын данлы һәм мәртәбәле итте.
Слайд 4Бөйөк яҙыусының китаптары
башҡорт,урыҫ телендә генә түгел, сит телдәрҙә лә күпләп нәшер ителде, һәр илдә лә лайыҡлы баһаланды һәм уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы.
Балалар әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән, балаларға арналған әҙәби ынйылары – оло әҙип ижадының аҫыл өлгөләре ул.
Слайд 6Мостай Кәримдең балалар өсөн күкрәгенән осорған тәүге ҡошо – «Беҙҙең
өйҙөң йәме» повесы.
Был әҫәр 1951 йылда донъя күрә. Урыҫ,украин,үзбәк,молдаван, латыш,ҡаҙаҡ,ҡытай һәм башҡа телдәргә тәржемә ителә.
2016
«Беҙҙең өйҙөң йәме»-
ул юбиляр китап
Слайд 8Уларҙың яратып уҡыған китаптарының береһенә әүерелә. Әйҙәгеҙ,беҙҙә был китаптың эстәлегенә
ҡыҫҡаса күҙ һалайыҡ.
Бына
65 йыл инде нисәнсе быуын уҡыусылары был әҫәрҙе мәктәптә өйрәнеп тә, былай зауыҡланып та ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡый.
Слайд 9
«Беҙҙең өйҙөң йәме» –
кескәй балалар донъяһы, иле, һүрәтләнгән осоро –
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары.
Слайд 10Әҫәрҙең геройы Йәмилдең атаһы фронтта. Ул әсәһе менән генә йәшәй.
Күрше ауылда өләсәһе лә бар. Һуғыш шарттарында уларҙың тормоштары еңелдән
түгел.
Слайд 11Әсәһе бер саҡ атаһының яҙған хаты буйынса ҡайҙалыр алыҫҡа барып,өйҙәренә
Оксана исемле дүрт йәшлек ҡыҙыҡайҙы алып ҡайта.
Слайд 12Башҡорт ерендә украин ҡыҙы Оксана икенсе ғаиләһен табыуға ирешә:
яғымлы
әсәй,изге күңелле өләсәй, үҙен өҙөлөп яратҡан ағай, ысын дуҫтар.
Слайд 13
Былар барыһы ла бәләкәй ҡыҙға
сит ерҙә ерегергә,
башҡорт телендә
һөйләшергә өйрәнергә,
күңел яралары төҙәлеүенә ҙур ярҙам була.
Слайд 14 Оксана Йәмилдең үҙ туғанындай күргән кешеһенә әйләнә.
Ҡыҙ
бала өйгә
яңы йәм,туғанлыҡ,
дуҫлыҡ,шатлыҡ тойғолары өҫтәй.
Слайд 15
Көнө буйы уйнап – көлөп
үткәрһәләр ҙә,
һуғыш һағышы балаларҙың
күңелендә лә тәрән эҙ ҡалдыра.
Слайд 16 Бына улар – татыу ғаилә ултыртҡан
Бөйөк Еңеү алмағастары.
Слайд 17- «Байрам килә! Байрам килә!
Беҙҙең урамға ҙур Еңеү байрамы
килә» – балаларҙың шат тауыштары яңғырай.
Слайд 18 - «Беҙҙең атай яуыз дошманды еңеп,
тыуған яҡтарына ҡайтты»
Слайд 19 Кем икән ул бик алыҫтан
килгән ҡәҙерле ҡунаҡ?
Слайд 20
Ҡәҙерле Ҡунағыбыҙ Петро ағай –
Оксананың атаһы
икән.
Ул ҡыҙын үҙенең тыуған яҡтарына - Украинаға алып ҡайтырға килгән.
Слайд 21- «Һалдаттың ҡулдары
эш һағынған,
һай,ныҡ һағынған.
Бына тимерсе,исмаһам.
Бына кемдә ул көс».
Слайд 22
Хушлашыу минуттары ла килеп етте.
- Беҙҙе онотмағыҙ,ҡунаҡҡа йышыраҡ килегеҙ. Бынан һуң да аралашып йәшәрбеҙ.
Слайд 23
Паровоз ҡысҡыртып ебәрҙе.
Вагондар ҡуҙғалып китте...
- Оксана...һеңлем,беҙҙең өйҙөң
йәме инең бит.
Слайд 24Кешеләргә шәфҡәтле,
миһырбанлы булырға,һинең ярҙамыңа мохтаждар барлығын,
һуғыш тарихын онотмаҫҡа
– ошондай һығымтаға киләһең был әҫәрҙе уҡығандан һуң.
Слайд 26Дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек тойғоларын раҫлаған, күңелдәр күрке, йәшәү йәме тураһында
һөйләгән әҫәр – бала саҡ хәтирәләренең иң матур
бер биҙәге булып иҫтә ҡаласаҡ.
Слайд 27
Хөрмәтле китап уҡыусылар!
Атай-олатайҙарыбыҙ,әсәй-өләсәйҙеребеҙ яратып уҡыған был әҫәрҙән
киләсәктә һеҙ ҙә айырылмағыҙ.
“Б е ҙ ҙ е ң ө й ҙ ө ң й ә м е”- ветеран-яҙыусының хәҙерге быуынға ҡалдырған иҫтәлекле ҡомартҡыһы бит ул.