Слайд 2Һыҙылып атҡан йәйге ауыл таңын сәләмләүсе шишмәләр йыры кемдең генә
күңел ҡылдарын тирбәтмәй икән.Һәр шишмәнең үҙ тарихы,үҙ моңо,үҙ ағышы,үҙ юлы
бар.Беҙҙең ауылыбыҙҙа тирә яҡта үҙенең шишмәләре менән дан тота.Исемлеләре ,исемһеҙлеләре лә бар уларҙың.Шишмә тип әйтеүгә беҙ иңдәренә көйәнтә аҫып һыуҙан ҡайтыусы ғәзиз әсәйҙәребеҙҙе,апай –һеңлеләребеҙҙе күҙ алдына килтерәбеҙ.Шишмәләр-таҙалыҡ,сафлыҡ билгеһе улар.
Слайд 3Туған илкәй....
Ниндәй һоҡланғыс,наҙлы исем!
Һиҙәм унда болондарҙың татлы еҫен.
Ишетәм унда ҡайындарҙың
серле тауышын.
Тау аҫтында һалҡын шишмә сылтырауын.
Слайд 4Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана.Кешегә иң ғәзизе-туған әсә,иң ҡәҙерлеһе-туған
тупраҡ,иң татлыһы-тәү эскән һыуың,иң йылыһы-һине йылытҡан өй усағы,иң йәмлеһе –тыуған
тәбиғәтең.Шуларҙы ҡәҙерләгән кеше бүтән әсәләрҙең ғәзизлеген,оло һыуҙарҙың татын,ҙур уттарҙың ҡайнарлығын,Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белер.
Слайд 5Иҙәш буйы.Беҙҙең яҡтарҙың гүзәллеген әйтеп тә,һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел.Ауылыбыҙҙың бер
яғынан бормаланып-бормаланып,тын ғына Болан йылғаһы аға.Офоҡтарға тоташҡан урмандар,ҡояш нурҙарында йым-йым
итеп торған ап-аҡ ҡаялар араһында Бикеш мәмерйәһе бар.Ауылды уртаға бүлеп Иҙәш йылғаһы аға.
Слайд 7Иҙәш буйының матур тәбиғәте сит-ят кешеләрҙең дә күңелен үҙенә тартҡан.Хатта
Ырымбур губернаторы Перовский ҙа”батша балығын “ауыҙ итеү,башҡорттарҙың ҡымыҙын тәмләп ҡарау
өсөн Бужан,Әбүләис аша тау арҡаларынан үткән тура юлдан елдереп килеп етер булған.Был юлды”Московка”,”Генерал юлы”тип йөрөтәләр.Иҙәш йылғаһында һыу тирмәне лә эшләгән борон.Мал тотоу,йәшәү өсөн уңайлы был хозур төбәктә тәү башлап Бикбирҙе бейҙең уландары төйәкләнә.
Слайд 8Яҡшыларға тура юл күрһәтеүсе,ауырыуҙарға шифалы һыуын бөркөүсе Яҡшылар йылғаһы.Бейек тау
түбәһенән сылтырап ағып төшөп,кире ер аҫтына инеп юғала.Шишмәкәй, төшкән юлың
ҡыҫҡа булһа ла ,телеңде аңлағандарға күпме тарих һөйләйһең һин.Бынан бер нисә йыл элек,Ырымбурҙан дин әһеле килеп һинең баш осоңда аят уҡып,һыуын эсеп”Остазым килһә,был йылғаның тарихын уҡыр ине”-тигән.
Слайд 11Элегерәк күҙ аурыуы,башҡа сир менән ауырыған кешеләр ошонда килеп ҡул
башын сайып ,һыуын эсһәләр,һауығып китер булғандар.
Слайд 12Туған ер,туған ауыл.Тәбиғәте кешеләргә һәр-саҡ көс,илһам бирә.Шуға күрә күп яҙыусыларҙың,шағирҙарҙың,композитор,рәссамдарҙың
ижадында төп тема булып туған яҡ тора.
Слайд 14Шишмәләребеҙ,тауҙарыбыҙ,ағастарыбыҙ,улар беҙҙең һулар һауабыҙ.Туған ерем,сыҡһам иркен ҡырҙарыңа,хайран ҡалам ҡоштар моңона.
Слайд 15Һуҡырас йылғаһы.Борон ҡаҙаҡтар менән башҡорттар берҙә тыныс йәшәмәгән.Йә ҡаҙаҡтар барымтаға
килгән,йә башҡорттар үс ҡайтарып,ҡарымтаға барған.Бер ваҡыт ауыл егеттәре һунарға киткән.Тап
шул ваҡытта ауылды ҡаҙаҡтар баҫҡан.Ир-егеттәр ҡайтып өлгөрмәгән,ә баҫҡынсылар ун бер йәшлек ҡыҙҙы урлап алып киткән.Уны туҡмап,күҙен соҡоп алып,йылға буйына ташлап ҡалдырғандар.Шунан бирле йылғаны һуҡырас тип йөрөтә башлағандар.
Слайд 16Ә,беҙ был ығы-зығы заманда,хатта бер-беребеҙҙең хәлен һорашырға ла ваҡыт тапмайбыҙ.Һорашайыҡ
беҙ хәлен тәбиғәттең!Хәлен беләйек тереклеклектең.Ошо гүзәлеккә һоҡланып,ҡәҙерен белеп йәшәйек.Үҙебеҙ өсөн,киләсәк
быуындар өсөн һаҡлайыҡ тәбиғәтте ,дуҫтар.
Слайд 17Сценарий төҙөүсеһе Иҙәш ауыл китапханасыһы Зифа Ишмырҙина.
2017йыл.