Разделы презентаций


"Читайте детям сказки!"

Икенсенән, балалар менән уҡыған буйынса һөйләшеп, ата – әсәләр баланы төп фекерҙе икенселдән айырырға, әҫәрҙең идеяһын аңларға, үҙ фекерен иҫбатларға, һығымта яһарға өйрәтә.Өсөнсөнән, әгәр өлкәндәр әкиәтте тейешле интонация, эмоция менән уҡыһалар

Слайды и текст этой презентации

Слайд 1Б а л а л а р ғ а
Ә

к и ә т у ҡ ы ғ ы ҙ!
Әкиәт

уйындар кеүек, баланы үҫтереүҙә һәм тәрбиәләүҙә ҙур урын алып тора.

Әкиәт нимәһе менән файҙалы?
 
Беренсенән, әкиәттәр баланың телмәрен үҫтерә. Әкиәт яңы һүҙҙәр сығанағы булып тора бит ул, унда балалар һәр һүҙгә иғтибар бирә, мәғәнәһен аңлата һәм, шулай итеп, баланың һүҙлек ҡеүәһе арта. Һөйләп, бала ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле еткерә, йәғни һөйләргә өйрәнә.

Б а л а л а р ғ а Ә к и ә т у ҡ ы

Слайд 2Икенсенән, балалар менән уҡыған буйынса һөйләшеп, ата – әсәләр баланы

төп фекерҙе икенселдән айырырға, әҫәрҙең идеяһын аңларға, үҙ фекерен иҫбатларға,

һығымта яһарға өйрәтә.

Өсөнсөнән, әгәр өлкәндәр әкиәтте тейешле интонация, эмоция менән уҡыһалар баланың матур, дөрөҫ телмәрен үҫтереү йәһәтенән дә был иң яҡшы өлгөләрҙең береһе.
Әкиәттәр баланың фантазияһын, ижадын үҫтереүсе матур сара. Үҫтереү йәһәтенән бигерәк тә иллюстрацияһы булмаған әкиәт файҙалы була, сөнки балаларға үҙ аллы һүрәтләү, күҙаллау мөмкинлеге бирелә.

Икенсенән, балалар менән уҡыған буйынса һөйләшеп, ата – әсәләр баланы төп фекерҙе икенселдән айырырға, әҫәрҙең идеяһын аңларға,

Слайд 3Балаларға ниндәй әкиәт уҡырға?

Иң ҡулайы - быуын-быуындан-быуынға күсә килеүсе традицион

халыҡ әкиәттәре. Китап магазины витринаһы, хәҙерге баҫмаларыбыҙ авторҙарҙың әкиәттәренә бай

булһа ла, йәш тыңлаусыларға уҡыу өсөн нәҡ халыҡ әкиәттәрен, рус әҙәбиәте классиктарының һәм донъя халыҡтары әкиәттәрен урап үтергә ярамай.
Балаға уҡыу өсөн әкиәтте дөрөҫ һайларға кәрәк. Әкиәт балаларҙың йәшенә, үҫеш үҙенсәлегенә ҡарап һайланырға тейеш.
Өлкән йәштәге балалар өсөн шундай уйын тәҡдим итергә була: әкиәтте уҡый башлайбыҙ, иң ҡыҙыҡ өлөшөндә туҡтайбыҙ ҙа баланың үҙенә дауам итергә ҡушабыҙ. Был осорҙа балаларға тылсымлы әкиәттәр уҡырға кәрәк, улар мотлаҡ уның күңелендә хуш киләсәк. Биш менән ете йәшкә тиклемге балаларҙы, ҡағиҙә булараҡ, динамик сюжетлы әкиәттәр, мажаралы әкиәттәр мауыҡтырасаҡ.
Балаларға ниндәй әкиәт уҡырға?Иң ҡулайы - быуын-быуындан-быуынға күсә килеүсе традицион халыҡ әкиәттәре. Китап магазины витринаһы, хәҙерге баҫмаларыбыҙ

Слайд 4Әкиәт геройҙарын әҙерләргә бөтөнләй ваҡытығыҙ юҡмы? Бер ҙә борсолмағыҙ: һеҙҙең

алда әҙер актерҙар – өйҙәге йомшаҡ уйынсыҡтар. Тик уларҙы “терелтергә”,

“һөйләштерергә” генә кәрәк.
 
Балаға шул уйынсыҡтар менән әкиәттән сюжетты, әкиәтте тулыһынса уйнап ҡарарға тәҡдим итегеҙ. Аҙаҡ инде бала менән берлектә яңы әкиәт сюжеты уйлап сығарығыҙ.

Уйын “Төшөрөп ҡалдырылған кадр”
Был уйын өсөн магазиндарҙа һатылған әкиәттәрҙе һөйләү, сәхнәләштереү өсөн әҙер һүрәттәр, картиналар ҡулланырға мөмкин. Тәртибе менән берәй әкиәттән һүрәттәр баланың алдына теҙеп һалына. Шуларҙың араһынан бер генә һүрәт алына. Баланың алдына шундай бурыс ҡуйыла: әкиәттең ниндәй эпизоды төшөп ҡалған? Тапҡас, әкиәтте тулыһынса һөйләп бирә.

Әкиәт геройҙарын әҙерләргә бөтөнләй ваҡытығыҙ юҡмы? Бер ҙә борсолмағыҙ: һеҙҙең алда әҙер актерҙар – өйҙәге йомшаҡ уйынсыҡтар.

Слайд 5Уйын “Тауыш режиссерҙары”
Әкиәтте уҡығандан һуң уға ҡарата төшөрөлгән иллюстрациялар ҡарағыҙ.

Үҙегеҙгә оҡшаған һүрәттә туҡтағыҙ. Балаға ошо һүрәткә тап килгән өлөштө

һөйләргә ҡушығыҙ. Геройҙарҙың шул өлөштә нимә һөйләгәнен, нимә эшләгәнен иҫенә төшөрөп һөйләһен. Был уйын өсөн шулай уҡ таныш йәнһүрәттәрҙе лә ҡулланырға була. Тауышын һүндерегеҙ ҙә әкиәтте баланан һөйләтегеҙ.

Хатта бала үҙ аллы уҡырға өйрәнгәс тә балаға ваҡыты – ваҡыты менән ҡысҡырып әкиәттәр уҡығыҙ. Сөнки ҡай саҡ баланың ҡыҙыҡһыныуы уҡыу тиҙлегенә ҡарағанда көслөрәк һәм өҫтөнөрәк. Ә һеҙҙең кире яуабығыҙ, уҡыуҙан баш тартыуығыҙ, баланың китапҡа ҡыҙыҡһыныуын һүндереүе ихтимал. Әгәр ҙә балала әкиәт тыңлауға, артабан әкиәтте уҡыуға ҡыҙыҡһыныу булмаһа? Борсолмағыҙ, балаға үҙенә әкиәт төҙөргә, уны уйнап ҡарарға тәҡдим итергә мөмкин.

Өйҙә уның үҙ ҡулдары менән әҙерләгән бәләкәй театры аша уның әкиәттәргә ҡыҙыҡһыныуы артасаҡ. Был әкиәт геройҙарын әҙерләү ҙә баланы ижади эшмәкәрлеккә этәрәсәк, ул унан кинәнес аласаҡ. Һәм һеҙ мотлаҡ балағыҙҙы икенсе яҡтан асасаҡһығыҙ, икенсе күлектән ҡараясаҡһығыҙ.

Уйын “Тауыш режиссерҙары”Әкиәтте уҡығандан һуң уға ҡарата төшөрөлгән иллюстрациялар ҡарағыҙ. Үҙегеҙгә оҡшаған һүрәттә туҡтағыҙ. Балаға ошо һүрәткә

Обратная связь

Если не удалось найти и скачать доклад-презентацию, Вы можете заказать его на нашем сайте. Мы постараемся найти нужный Вам материал и отправим по электронной почте. Не стесняйтесь обращаться к нам, если у вас возникли вопросы или пожелания:

Email: Нажмите что бы посмотреть 

Что такое TheSlide.ru?

Это сайт презентации, докладов, проектов в PowerPoint. Здесь удобно  хранить и делиться своими презентациями с другими пользователями.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика