Слайд 1Бөрйән районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
Аҫҡар ауыл китапханаһы
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына
арналған район конкурсы
Бөйөк Ватан һуғышы минең ғаиләм тарихында.
Автор: Йосопова
Нурзилә Илгиз ҡыҙы
Етәксеһе: Мырҙабулатова Нәйлә Рәис ҡыҙы
Аҫҡар ауыл китапханасыһы
Слайд 2Оло олатайым Ибраһимов Әмир Ғызметдин улы
75 йыл элек
илебеҙгә
Еңеү алып килгән яҙ айы!
Еңеү яулаусылар араһында
Булған бит ул минең
олатайым.
Бәхетле киләсәк бүләк итеп
Киткәндәр бит бөтә олатайҙар
Һеҙ мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә
Үтеп торһалар ҙа йөҙ майҙар.
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, олатайҙар!
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, өләсәйҙәр!
Рәйфә Әминева-Ибраһимова)
Слайд 3Олатайымдың тормош юлы
Йыл һайын Бөйөк Еңеү байрамын тулҡынланып көтөп алам мин.
“Ни өсөн?”-тиһегеҙме, сөнки Үлемһеҙ полкта мин оло олатайымдың фотоһын күтәреп үтәсәкмен. Үҙемдә шундай ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм мин ошо саҡта. Шулай булмай ни, мин бит Бөйөк һуғыш ветераны, районда ғына түгел республикала күренекле кеше- Ибраһимов Әмир Ғызметдин улының бүләсәре.
Ибраһимов Әмир Ғызметдин улы 1914 йылдың 15 апрелендә Бикташ тигән ауылда (хәҙер ул юҡ) донъяға килгән. Бала сағы, үҫмер ваҡыты бик аяныслы үткән. Өс йәшенән үк үкһеҙ етем ҡалған, үҙе һәм туғандары, атаһының бер туған ҡустыһы Ғылметдин ҡулында ҡалған. Үҫмер генә сағынан тормоштоң әсеһен – сөсөһөн татып үҫкән ул. Оло олатай өйрәткән солоҡсолоҡ һөнәрен үҙләштергән. Һуғышҡа киткәнгә тиклем генә лә әллә күпме солоҡ умартаһы әҙерләп өлгөрә ул. Малай ғына булыуына ҡарамаҫтан, 21-се йылғы аслыҡ та ныҡ хәтерендә ҡалған оло олатайымдың. Бик иртә төрлө урындарҙа эшләгән, бер-нисә тапҡыр курстарҙа уҡып ҡайтҡан. Армияға алынғанда райпола плановик-бухгалтер булып эшләгән булған.
Армияға ул 1940 йылдың июнендә алынған. Бер йыллыҡ хәрби курста уҡып, сержант званиеһы менән һуғышҡа ингән.
Слайд 4“Беҙҙе Литваның Германия менән сиктәш Таураги ҡалаһына килтерҙеләр. Часть формировать
ителмәгән ине әле. Граница (сик) беҙҙән бер саҡырым самаһы ғына
ине. Бөгөнгөләй хәтеремдә, 20 июнь көнө ине, беҙ, 30-лаған кесе командирҙар, йылғаға һыу инергә төштөк. Күпер аша беҙҙең яҡҡа немец ҡыҙҙары ла сыҡты.
Беҙ уларға русса:
-Әйҙәгеҙ, беҙҙең менән һыу инергә, -тибеҙ.
“Иртәгә инербеҙ”, - тип шаярталар. Ә ул шаяртыу булып сыҡмай. 21 июнь көнө иртәнге сәғәт 4-әр тирәһендә беҙҙең казармаға орудиенан ут астылар. Оҙаҡ та үтмәй, һауанан бомбалар яуа башланы. Ә беҙҙең самолеттар осорға өлгөрмәне, сөнки приказ бирелмәгәйне. Бына шулай ҡаршыланым мин һуғыштың тәүге көндәрен”,- тип һөйләгән әсәйемә оло олатайым.
Слайд 5“Һуғышта үлем һәр ваҡыт эргәлә генә йөрөй. Берҙән, үлемдең беренсе
сәбәбе – дошман ҡоралы ғына түгел, ә икенсе сәбәбе -
аслыҡ нығыраҡ борсой ине. Блокада һөҙөмтәһендә Ленинград халҡы күргән аслыҡты беҙгә лә күрергә тура килде. Ленинград халҡына көндәлек икмәк нормаһы 125 грамм, ә беҙгә 500 грамм. Ләкин ул көн һайын уҡ булмай ҙа ҡуя, юлда һәләкәткә осрай. Өйрә лә шыйыҡ ҡына, бутҡа ла самалы, ҡорһаҡ һәр ваҡыт бушыраҡ. Асҡа үлмәҫ өсөн 1942 йыл яҙ көнө ҡаҙылмай ҡалған картуфты, ҡар аҫтынан күренгән ат үләкһәләрен дә ашамлыҡ итеп файҙаланырға тура килде. Баштараҡ беҙ биләгән Терентьевка ауылы эргәһендә бесәйҙәр күренештерә ине, аҙаҡ улары ла юҡ булды. Аллам һаҡлаһын, бындай хәлде дошманым да (әгәр булһа)күрмәһен ине”,- тигән яҙыуҙарын уҡығанда күҙҙәргә йәштәр төйөлдө.
Слайд 6Ватан һуғышы башланған көндән алып аҙағынаса һуғыштың иң ауыр участкаларының
береһендә – Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡан. Орониебаум плацдарымында Бөрйәндән ҡатнашыусы берҙән-бер
кеше булған ул. Бер-нисә тапҡыр ҡаты яраланған. Бик оҙаҡ Ленинград, унан Иркутскиҙа госпиталдә дауаланырға тура килә уға.
“Бөтә донъяны ҡалтыратҡан, күп илдәрҙе баҫып алған фашистик Германияны еңеүебеҙҙең иң көслө ҡоралы булып, илебеҙ СССР халыҡтарының берҙәмлеге, татыулығы, үҙ иленә тоғролоғо, киләсәк быуын бәхете өсөн бөтә көсөн, ҡанын, йәнен бирергә әҙер булыуында тора. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, балалар, Еңеү еңел бирелмәне беҙгә!”,- тип һөйләгән булған әсәйемә олатайым иҫән сағында.
Слайд 7Тыуған яҡтарына 1945-се йылдың ноябрь айында әйләнеп ҡайтҡан. Ҡайтҡас та,
уҡытыусы булып эшләүсе оло өләсәйем Әхмәҙуллина Рабиға Зариф ҡыҙы менән
ғүмер юлдарын бәйләгәндәр. 6 балаға ғүмер бүләк иткән улар. Улар: Дамир олатай, Рәйсә һәм Рәйфә өләсәйем, Таһир, Юнир, Айрат бабайҙарым.
Оло өләсәйем изге күңелле, тыныс, оло йөрәкле кеше булған. Ул телде йоторлоҡ тәмле бешергән. Уларҙың өйөнән бер ҡасан да кеше өҙөлмәгән. Артабан яҙмамды өләсәйем - Рәйфә Әминева (Ибраһимова) яҙған шиғырҙан юлдары менән дауам иткем килә.
Слайд 8Һуғыш яланынан кәм булмаған
Әсәйҙәр ҙә күпте күргәндәр.
Аслыҡ, михнәт ауырлыҡтар аша
Еңеүгә
ҙур өлөш индергәндәр.
Һуғыш бөткәс яраң төҙәлмәйсә
Тыуған яҡҡа атай ҡайтҡанһың
Ҡайтыу менән
ал-ял белмәйенсә
Бар көсөңдө эшкә һалғанһың.
“Колхозым”,-тип эшкә тотонғанһың
Һыҙлаһа һинең яралар
Ветерандар хеҙмәт сафында ла
Бары һалдат булып ҡалалар.
Әсәй,атай! Алты балағыҙға,
Ғүмер бүләк итеп киттегеҙ.
Намыҫлы йәшәйбеҙ һеҙҙең кеүек
Һис ҡыҙармаҫ ине битегеҙ.
Слайд 9Әмир олатай умарталары янында.
Слайд 10Әмир олатайҙың фронттан яҙған хаттары
Слайд 11Әмир олатай һәм Рабиға өләсәй балалары менән (1953-1954 йыл)
Слайд 12Әмир олатай һәм Рабиға өләсәй балалары менән (1979 йыл)
Слайд 14 Ауылдың ветеран олатайҙары (1970 йыл)
Слайд 16Әмир олатайҙың альбомынан алынған фотолар...
Слайд 17Вазифалы, етәксе урындарҙа эшләгән минең оло олатайым. Уның намыҫлы хеҙмәте
хөкүмәт тарафынан юғары баһаланған. Олатайымдың 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
тиҫтәгә яҡын миҙалдары, 15-тән ашыу юбилей миҙалдары бик күп. Почет грамоталары уның намыҫлы хеҙмәтенә оло баһа булып тора. Ул тәүгеләрҙән булып райондың Дан почет кенәгәһенә индерелгән.
Слайд 20Әмир олатайҙың ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләсәләре.
Слайд 21Әмир олатай ултыртҡан
ағас эргәһендә
Слайд 22Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып
килде
Тыуған илемә!
Тик еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә;
Уны яҡлап ҡаһармандар
Көрәште бергә!
“Мәңгелек дан!”-тигән кеүек
Батыр халҡыма,
Май ҡояшындай нурланып,
Байраҡ талпына!
(Абдулхаҡ Игебаев)