Слайд 2Ҡышҡы урман — үҙе серле донъя,
Тып-тын ҡалған ниҙер көткәндәй;
Ҡарһылыуҡай минең
алдан ғына
Ынйыларын һибеп киткәндәй.
Сафуан Әлибаев.
Слайд 4Ҡыштың матурлығы —
ап-аҡ ҡарҙа,
Зәңгәр бәҫ һырыған урмандарҙа. Өтөп-өтөп алған һыуыҡтарҙа,
Дыуамал һәм уҫал бурандарҙа.
Йомабикә Ильясова
Слайд 5Ҡар яуғас,
Ҡыш булғас,
Бар ағас
Яланғас.
Рәми Ғарипов
Слайд 6Һалҡын ҡыш еткәс,
Йылғалар туңды.
Айыу өңөндә
Йоҡоға сумды.
Слайд 7Ҡышҡыһын нимә кейәләр?
Бәлтәм менән кейәм мин,
Итек тә түгел үҙе.
Матур итеп
баҫылған,
Аяҡҡа йылы үҙе.
Дүртәү өйгә уҙа,
Берәү соланға инә.
Слайд 8Бер яғы урман,
Бер яғы ҡорған.
Слайд 9Д е к а б р ь – а ҡ
ъ ю л а й
Ун ике туған,
Теҙелешеп торған.
Шуларҙың иң
кесеһе?
Слайд 10Д е к а б р ь йылдың аҙағы, ҡыштың
башы.
Был айҙы халыҡ юҡҡа ғына а ҡ ъ ю л
а й тип
атамаған, йыш яуған ҡарҙан
юлдар тапалып, ҡарайып өлгөрмәй.
Йылға – күлдәр ҡалын боҙ өҫтөнән
тағы ҡар менән ҡаплана.
Әле баҫылып өлгөрмәгән ҡар өҫтөнән
йөрөй алмаған йәнлектәр юл буйҙарын төйәк итә.
Шуға ла декабрҙә төлкө, ҡуян, боландарҙы
юл ситендә осратырға мөмкин.
Слайд 11Декабрҙә шамбы балығы ыуылдырыҡ сәсә.
Ҡалғандары шулай уҡ тәрәнгәрәк күсеп, ҡышты
йоҡомһорап үткәрә. Сөнки, ҡышҡы һыу аҙыҡҡа ла, кислородҡа ла наҡыҫ.
Урман – ҡырҙарҙың үле тынлығын был осорҙа һунарсылар һәм балыҡсылар ғына борсой.
Слайд 15Ҡышҡы ҡунаҡтар
Свиристели - мышар турғайҙары
Слайд 16Эй, ҡыҙылтүш, ҡыҙылтүш,
Осоп кил дә ергә төш.
Баҡсамда уйнап ос һин,
Ҡышты
йәмләүсе ҡош һин.
Ҡыҙылтүш турғайҙар ― снегири
Слайд 18Бер ҡошом бар, тынмай,
Ағасҡа оя ҡормай.
Өйө ― ерҙә,
Йыры ― күктә.
турғай
Слайд 19Сырҡылдашып осоп йөрөп
Ағастарға ҡуналар.
Һыу күрһәләр, йүгерешеп
Ҡанаттарын йыуалар.
Слайд 20Бар белгәне «ҡар» ҙа, «ҡар»,
Йәй көнөндә лә ҡар даулар.
Ҡарға
Слайд 21Тағараҡ элдем ағасҡа,
Турғайҙар килеп ҡунды.
Дуҫтарҙы һыйлап ҡыуандым,
Күңел шатлыҡҡа тулды.
Ҡышын ҡоштарға
ем табыу ауырлаша,
шуға ла балалар тағараҡтар эшләп элә.
Слайд 22Тәҙрәмдән ҡыш көнөндә
Осоп инде бер турғай:
―Ем бирсе, ― тиеп
һорай,
Еләне һары ғына:
―Ашайым тары ғына.
Слайд 23Ғ и н у а р – һ ы у
ы ғ а й
Был айҙа тәбиғәт
ысын мәғәнәһендә йоҡлай.
Ошо
айҙағы
иң һалҡын көндәр
с е л л ә тип атала.
Слайд 24Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.
Бесәй ишекте тырнаһа- буран,
йомарланып
ятһа – һыуыҡ була.
Елһеҙ көндө урман шаулаһа, көн боҙола.
Төтөн тура
сыҡһа – һыуыҡҡа тарта.
Йондоҙҙар емелдәп янһа - һалҡынға.
Ҡыш көнө ҡояш ҡыҙарып ҡалҡһа – һалҡын булыр.
Ай ҡолаҡланһа(ай тирәләй түңәрәк хасил булһа) – һалҡынға.
Ошо уҡ һынамыш ҡояшҡа ла ҡағыла,
тик халыҡ ҡояш кәртәләнә тип әйтә.
Слайд 25 Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.
Слайд 27Көҙ йылы килһә – ҡыш оҙон була.
Сентябрь аяҙ булһа –
ҡыш һалҡын булыр.
Көҙ оҙон булһа – яҙ һуң килер.
Миләш уңһа
– ҡыш һалҡын булыр.
Көҙ аяҙ булһа – аҙыҡ аҙ булыр.
Көҙ көнө ағастар япраҡтарын ҡоймаһа –
халыҡҡа ауыр булыр.
Слайд 28 Тайғалаҡ
боҙғалаҡ
боҙлауыҡ
Шыуып китеү менән боҙҙа
Барып та төштө Кәли.
Тора – ҡолай, тора – ҡолай,
Арыны, бөттө хәле.
Слайд 29Ф е в р а л ь – ш а
ҡ а й
«Их, ғинуар булһам, һыйыр мөгөҙөн һындырыр
инем» - тигән ти, был ай.
Бер йылытып, бер һыуытып торғандан, бөтә нәмәне шаҡырайтып туңдырғандан
халыҡ уны элек ш а ҡ а й тип атаған.
Слайд 30Февралдә һыйырҙар быҙаулай, һарыҡтар бәрәсләй
башлай. Тауыҡтар йомортҡа һалырға керешә.
Ағастарҙа бөрөләр бүртә. Урман – ҡырҙарҙа төлкө,
бүреләрҙең туйҙары башлана,
улар был мәлдә ныҡ уҫаллана.
Аҡландарҙа ҡуяндар уйнай. Ай аҙағында тәбиғәттә
мөғжизәле күренеш – һ у й ы р у й н а у ы башлана.
Мышылар мөгөҙҙәрен һала.
Һ ы н а м ы ш т а р
Февраль ныҡ буранлы булһа,
август ямғырлы булып, ужым уңыр.
Ҡайын ботағында ҡар
алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа,
иген уңыр.
Бәҫ күп булһа, бал күп булыр
Февраль һалҡын һәм ҡоро торһа,
август эҫе буласаҡ.
Слайд 31Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ, бабай!
ҡыш
Йомаҡтарҙың яуабын
тап:
Слайд 32Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,
Үҙе һүрәт төшөрә.
һыуыҡ
Слайд 33Ҡарағыҙсы, ағастарға
Төшкән ҡалын ...
Эй, ҡыҙыҡ, гүйә ағастар,
Торғаны әтәс.
бәҫ
Слайд 34Аҡ ашъяулыҡ таптым,
Ер өҫтөнә яптым.
ҡар
Слайд 35Ҡырҙан гел ҡарҙар ташый,
Бер тына, йәнә башлай.
Күҙ асҡыһыҙ, тиҙәр ул,
Ыжғыр
көйөн көйләр.
буран
Слайд 36Ҡулы юҡ, аяғы юҡ,
Тәҙрәмде ҡаҡҡылай,
Тартҡылай, һуҡҡылай,
Өйгә инергә һорай.
ел
Слайд 37Мин ― йондоҙсоҡ,
Мин ― биҙәк,
Шундай еңел, елбәҙәк.
Күрһә мине балалар:
―Оса,
― тиҙәр, — күбәләк.
Ҡар бөртөгө
Слайд 38Йәйен түгел, үҫә ҡыш.
Үҫә баш түбән килеш.
боҙбармаҡ
Слайд 39Килделәр ағайҙар балтаһыҙ,
Күпер һалдылар таҡтаһыҙ.
боҙ
Слайд 42Был биҙәкте кем яһаған
Ҡар сәскәләрен ҡуйып?
Тәҙрәнән тыш күренмәй
Яһаған уны …
Һыуыҡ
Слайд 44Өйөм-өйөм тауҙар был,
Кем яһаған, ҡайҙан был?
Таштарҙан түгел тауҙар,
Ынйы бөртөк ҡарҙарҙан.
көрт
Слайд 45Тышта саф һауа
Сал ҡыш миңә ниҙер һөйләй,
Мин шыуған һайын.
Ә саңғыһыҙ
шыуа күктән
Нур ҡойған айым.
Рәми Ғарипов
Слайд 46Ултырып шыуам уға,
Бурандар туҙып ҡала.
Шундай етеҙ нәмә ул,
Әйҙә әле, әйтеп
ҡара!
Бик ҙур көҙгө өҫтөндә
Тимер аттар сабалар.
Слайд 51Автор: Берюхова Е.К.
Тәржемә : Торомтаева Р.Ю.
Сибай ҡалаһы «Ирәндек» лицейы
Вы скачали
презентацию на сайте – viki.rdf.ru