Разделы презентаций


Б а шҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы муниципаль районының муниципаль

Содержание

республикабыҙҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан берҙән-бер гәзит. Шуныһы

Слайды и текст этой презентации

Слайд 1Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы муниципаль районының муниципаль автоном мәҙәниәт учрежденияһының


«Ейәнсура балалар китапханаһы»



Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы муниципаль районының муниципаль автоном мәҙәниәт учрежденияһының «Ейәнсура балалар китапханаһы»

Слайд 2

республикабыҙҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан берҙән-бер гәзит. Шуныһы менән ҡиммәтле лә ул. Гәзит төҫлө, бай йөкмәткеле, күҙгә ятыш матур, ипле дизайнлы, ҡыҙыҡлы, зауыҡлы булып сыға.

Слайд 3

нең һәр бер һаны үҙенә күрә,

балаларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашыусы, асыштарға алып килеүсе, ҡыйын саҡтарында кәңәш-төңәш, бөтмәҫ һорауҙарына яуап биреүсе, бәләкәй генә бер энциклопедия ул.
Шуға күрә «Йәншишмә» – етди гәзит, тип лайыҡлы рәүештә әйтеп була.
нең һәр бер

Слайд 4

мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың, мәктәп

уҡыусыларының, тәрбиәселәрҙең, уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең, олатай-өләсәйҙең, шулай уҡ хөрмәтле яҙыусыларҙың да ҡыуанып көтөп алған уҡымлы, абруйлы гәзите. Был гәзитте уҡыған һәр кем бала саҡ иленә сәйәхәт итә ала.
мәктәпкәсә

Слайд 51930 йылдың 12 февралендә «Йәш төҙөүсе»нең беренсе һаны сыға. Урыҫ

алфавиты индерелмәгәнлектән, латин хәрефтәре менән баҫыла. Тәүге мәлдә тираж ҙур

булмай. «Йәш төҙөүсе» пионерҙарҙың, ғөмүмән, республика балаларының күңеленә хуш килә. Тиражы 1931 йылда ун меңдән артып китә. Гәзит эргәһенә оло һәм кесе йәштәге ижади көстәр туплана. 1991 йылда, Советтар Союзы тарҡалғас, гәзит заман талаптарынан ҡалышмай һәм исемен «Йәншишмә»гә үҙгәртә.
1930 йылдың 12 февралендә «Йәш төҙөүсе»нең беренсе һаны сыға. Урыҫ алфавиты индерелмәгәнлектән, латин хәрефтәре менән баҫыла. Тәүге

Слайд 6

гәзитенең баш мөхәррире

– Мирсәйет Юнысов. Баҫма аҙнаһына ике тапҡыр – шаршамбы һәм йома көндәрендә сыға. 4 биттән тора. Йылдың һуңғы һәм төрлө байрамдарға арналған номерҙары 8 битле булып баҫтырыла. Күләме – бер баҫма табаҡ. Тиражы – 4407 дана. Уның девизы – «Киләсәк һинән башлана».

Слайд 7Гәзиттә иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр ҙә, зиһенде нурландырырлыҡ мәҡәл-йомаҡтар ҙа,

күңелдәрҙе арбап алырлыҡ шиғырҙар ҙа, мәҙәк-көләмәстәр ҙә, өмөт сатҡылары ҡалдырған

теләк-юрауҙар ҙа бар. Һәр бала милли йөҙлө ошо баҫма ярҙамында донъяны танып-белеү бәхетенә ирешә. Ҡыҫҡаһы, ул – бала саҡтың иң шәп гәзите.
Гәзиттә иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр ҙә, зиһенде нурландырырлыҡ мәҡәл-йомаҡтар ҙа, күңелдәрҙе арбап алырлыҡ шиғырҙар ҙа, мәҙәк-көләмәстәр ҙә,

Слайд 8Гәзиттә төрлө-төрлө рубрикалар бар:
«Мәғариф яңылыҡтары». Мәктәп тормошона ҡағылышлы ҡыҫҡа материалдар.

Редакция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бында уҡыусылар, уҡытыусылар, министрҙар үҙҙәре лә

сығыш яһай.
«Президент стипендиаты». Республикабыҙ Президенты стипендияһына лайыҡ булыусы ҡыҙ һәм малайҙар хаҡында һөйләнелә.
«Тәжрибә» рубрикаһы аҫтында уҡытыу методикалары хөкөмгә ҡуйыла, баһалана. Был материалдар уҡыусыларға ғына түгел, уҡытыусыларға ла бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булып килеп сыға.
Гәзиттә төрлө-төрлө рубрикалар бар:«Мәғариф яңылыҡтары». Мәктәп тормошона ҡағылышлы ҡыҫҡа материалдар. Редакция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бында уҡыусылар, уҡытыусылар,

Слайд 9 Ҡайһы бер сетерекле һорауҙарҙы бер номерҙа ғына ҡарап, йомғаҡ

яһауы мөмкин түгел. Был осраҡта «Һөйләшеүгә саҡырабыҙ» рубрикаһы ҡотҡара. Баҫылып

сыҡҡан материал, әҙәби әҫәргә ҡарата гәзит уҡыусыларынан фекер алышыу көтә. Һуңынан, барыһы ҡаралып, баһа бирелә.
Ҡайһы бер сетерекле һорауҙарҙы бер номерҙа ғына ҡарап, йомғаҡ яһауы мөмкин түгел. Был осраҡта «Һөйләшеүгә саҡырабыҙ»

Слайд 10Теге йәки был юғары уҡыу йорто, ундағы факультеттар, һөнәрҙәр тураһында

мәғлүмәт бирегеҙ, тип һорап йыш ҡына уҡыусылар үҙҙәре мөрәжәғәт итә.

Бына шул саҡта «Уҡырға ҡайҙа барырға?» рубрикаһы уларға ярҙамға килә. Шуға күрә бындағы материалдар абитуриенттарға бик тә кәрәкле һәм файҙалы. Гәзит хеҙмәткәрҙәре бының өсөн ҡабул итеү комиссияһы ағзалары менән гелән бәйләнештә тора.
Теге йәки был юғары уҡыу йорто, ундағы факультеттар, һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт бирегеҙ, тип һорап йыш ҡына уҡыусылар

Слайд 11«Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?» рубрикаһы ниндәйҙер бер мәсьәләгә ҡарата уҡыусыларҙың ҡарашын

белдерергә саҡырып, уҡыусыға әйтер һүҙен еткерергә ярҙам итә һәм әүҙем

ижади донъяға ылыҡтыра.
«Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?» рубрикаһы ниндәйҙер бер мәсьәләгә ҡарата уҡыусыларҙың ҡарашын белдерергә саҡырып, уҡыусыға әйтер һүҙен еткерергә ярҙам

Слайд 12Айҙың аҙағында кескәйҙәр өсөн «Тирмәкәй» рубрикаһы сыға. Ул һандың өсөнсө

һәм дүртенсе биттәрендә тәҡдим ителә. «Тирмәкәй»ҙә башланғыс синыф уҡыусылары сығыш

яһай. Материалдар ҡыҫҡа ғына, иллюстрациялар, һүрәттәр күберәк. Төрлө-төрлө уйындар бирелә, викторина-конкурстар ойошторола.
Айҙың аҙағында кескәйҙәр өсөн «Тирмәкәй» рубрикаһы сыға. Ул һандың өсөнсө һәм дүртенсе биттәрендә тәҡдим ителә. «Тирмәкәй»ҙә башланғыс

Слайд 13

заман менән бергә

атлап бара. Хәҙер кешенең төп ярҙамсыһы – компьютер икәнен белә ул. Шуға күрә 2010 йылда гәзиттә «Замана дәрестәре» тип аталған өр-яңы рубрика асылды. Унда Йәннәт менән Инет тигән геройҙар индерелде.

Слайд 14Гәзит үҙ биттәрендә әхлаҡ, иман, тәрбиәлелек темаларын да яҡтырта. «Иман

барҙа – әхлаҡ бар» рубрикаһы үҫмерҙәрҙе әхлаҡи ҡиммәттәр менән таныштырып

бара.
Гәзит үҙ биттәрендә әхлаҡ, иман, тәрбиәлелек темаларын да яҡтырта. «Иман барҙа – әхлаҡ бар» рубрикаһы үҫмерҙәрҙе әхлаҡи

Слайд 15«Был донъяла ниҙәр бар?» рубрикаһында донъя яңылыҡтары, иң әһәмиәтле ваҡиғалар

хаҡында хәбәрҙәр бирелә.
«Башҡортостан яңылыҡтары» республикабыҙҙа булып үткән саралар, бәйге-ярыштар,

реформа-указдар һ. б. яңылыҡтар менән таныштыра.
«Гәзитебеҙ – дуҫыбыҙ» рубрикаһында «Йәншишмә» тураһында уҡыусылары фекер йөрөтә.
«Был донъяла ниҙәр бар?» рубрикаһында донъя яңылыҡтары, иң әһәмиәтле ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙәр бирелә. «Башҡортостан яңылыҡтары» республикабыҙҙа булып

Слайд 16 Уҡыусыларҙың төрлө темаларға – ауыл тормошо, теге йәки был

хәл-ваҡиға, саралар, үҙ яңылыҡтары һәм фекерҙәре, ҡыуаныс-көйөнөстәре – ебәргән хаттары

«Беҙгә килгән хаттарҙан» рубрикаһында дөйөмләштерелеп баҫыла.
«Беләһеңме?» рубрикаһы ҡыҫҡа итеп яҙылған материалдар менән донъялағы, кешелек тарихында булған төрлө хикмәтле, әкәмәтле факттар, хәл-ваҡиғалар менән таныштырып бара.
Уҡыусыларҙың төрлө темаларға – ауыл тормошо, теге йәки был хәл-ваҡиға, саралар, үҙ яңылыҡтары һәм фекерҙәре, ҡыуаныс-көйөнөстәре

Слайд 17«Төнгө урам» рубрикаһы балалар, үҫмерҙәрҙе насар ғәҙәттәрҙән, насар аралашыуҙарҙан ары

торорға өгөтләй. Ғибрәтле хәлдәрҙән ғибәрәт алып барырға өйрәтә. Шул уҡ

ваҡытта егет һәм ҡыҙҙарҙың конкрет проблемаларына тулы яуап, авторитетлы рекомендациялар бирелгән. Уҡыусылар үҙҙәре лә был рубрикала бик әүҙем ҡатнаша.
«Төнгө урам» рубрикаһы балалар, үҫмерҙәрҙе насар ғәҙәттәрҙән, насар аралашыуҙарҙан ары торорға өгөтләй. Ғибрәтле хәлдәрҙән ғибәрәт алып барырға

Слайд 18«Минең бәләкәй бизнесым» рубрикаһы бәләкәстәрҙә эшҡыуарлыҡ сифаттары тәрбиәләй. Үҙ көсөң

менән хәләл ризыҡ, аҡса табырға өйрәтә. Шундай үҫмерҙәр, йәштәр тураһында

редакция хеҙмәткәрҙәре генә түгел, уҡыусылар үҙҙәре лә һөйләйҙәр. Тимәк, тырыш, уңған, егәрле быуын үҫеп килә, тигән һүҙ был. Шуның менән бигерәк әһәмиәтле был рубрика.
«Минең бәләкәй бизнесым» рубрикаһы бәләкәстәрҙә эшҡыуарлыҡ сифаттары тәрбиәләй. Үҙ көсөң менән хәләл ризыҡ, аҡса табырға өйрәтә. Шундай

Слайд 19«Тәбиғәт мөйөшө» рубрикаһы үҫеп килгән быуында тәбиғәткә ҡарата иғтибарлы ҡараш

тәрбиәләй. Уртаҡ йортобоҙҙо һаҡлау, ҡурсалау кәрәк, тигән фекер һыҙыҡ өҫтөнә

алына. Материалдар миҙгелдәргә айырып бирелә. Шулай уҡ бында ай башында буласаҡ иҫтәлекле, билдәле даталар теҙмәһе бирелә. Уҡыусылар ул-был хаҡында яҙып ҡына ҡалмай, матур-матур һүрәттәр ҙә баҫтыра.
«Тәбиғәт мөйөшө» рубрикаһы үҫеп килгән быуында тәбиғәткә ҡарата иғтибарлы ҡараш тәрбиәләй. Уртаҡ йортобоҙҙо һаҡлау, ҡурсалау кәрәк, тигән

Слайд 20«Ғаилә усағы» үҙенең атамаһын тулыһынса аҡлап килә. Уҡыусылар ата-әсәһе, туғандары,

яҡын кешеләре хаҡында маҡтау һүҙе әйтергә ашҡынып тора. Ә был

рубрика уларға киң майҙан аса.
«Былар ҡыҙыҡлы» рубрикаһы балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә бик ҡыҙыҡлы, сөнки белем кимәле күтәрелгән һайын ҡыҙыҡһыныуҙар арта бара.
«Ғаилә усағы» үҙенең атамаһын тулыһынса аҡлап килә. Уҡыусылар ата-әсәһе, туғандары, яҡын кешеләре хаҡында маҡтау һүҙе әйтергә ашҡынып

Слайд 21Үҫмерҙәрҙең иң яратҡан һәм көтөп алған рубрикаһы, моғайын, «Йәш егеттәр,

йәш ҡыҙҙар»ҙыр. Бында үҫмерҙәр күңелдәрендә яңы яралып килгән һөйөү хаҡында

үҙ-ара серләшәләр, бер-береһенә кәңәш бирәләр, ҡайғы-шатлыҡтары менән уртаҡлашалар, мөхәббәткә йыр йырлайҙар.
Үҫмерҙәрҙең иң яратҡан һәм көтөп алған рубрикаһы, моғайын, «Йәш егеттәр, йәш ҡыҙҙар»ҙыр. Бында үҫмерҙәр күңелдәрендә яңы яралып

Слайд 22«Йәншишмә» гәзитендә төрлө рубрикаларҙың донья күреүе уҡыусыларҙы рухи яҡтан үҫтерергә,

төрлө өлкәлә белемен арттырырға ярҙам итә. Тарих буйынса ла файҙалы

мәғлүмәттәр тупларға мөмкин. Гәзиттә рубрикаларҙың бихисап һәм төрлө булыуы уны йөкмәткеле, уҡымлы һәм төрлө йәштәгеләр өсөн ылыҡтырғыс итә.
«Йәншишмә» гәзитендә төрлө рубрикаларҙың донья күреүе уҡыусыларҙы рухи яҡтан үҫтерергә, төрлө өлкәлә белемен арттырырға ярҙам итә. Тарих

Слайд 23Ейәнсура район балалар китапханаһы ла «Йәншишмә» гәзите менән дуҫ. Үткәрелгән

саралар, яңылыҡтар гәзит биттәрендә йыш ҡына донъя күрә.

Ейәнсура район балалар китапханаһы ла «Йәншишмә» гәзите менән дуҫ. Үткәрелгән саралар, яңылыҡтар гәзит биттәрендә йыш ҡына донъя

Слайд 24«Йәншишмә»нең хәбәрселәре
гәзитте тағы ла уҡымлыраҡ һәм зауыҡлыраҡ итеү өсөн

һәр саҡ юлда. Улар китапханаларҙа, мәктәптәрҙә көтөп алынған ҡунаҡтар, әңгәмәләштәр

һәм дуҫтар. Ейәнсура балалар китапханаһы коллективы ла, гәзит үҙенең уҡыусыларын һәм дуҫтарын арттырһын өсөн матур эштәр алып бара.
«Йәншишмә»нең хәбәрселәре гәзитте тағы ла уҡымлыраҡ һәм зауыҡлыраҡ итеү өсөн һәр саҡ юлда. Улар китапханаларҙа, мәктәптәрҙә көтөп

Слайд 25Яҙыл, уҡы, булма ғәмһеҙ,
"Йәншишмә"һеҙ - донъя йәмһеҙ!

Яҙыл, уҡы, булма ғәмһеҙ,

Обратная связь

Если не удалось найти и скачать доклад-презентацию, Вы можете заказать его на нашем сайте. Мы постараемся найти нужный Вам материал и отправим по электронной почте. Не стесняйтесь обращаться к нам, если у вас возникли вопросы или пожелания:

Email: Нажмите что бы посмотреть 

Что такое TheSlide.ru?

Это сайт презентации, докладов, проектов в PowerPoint. Здесь удобно  хранить и делиться своими презентациями с другими пользователями.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика